Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
31 Ғинуар 2022, 14:10

Хужаһыҙ эттәр – ҙур проблема

Район ауылдары урамдарында берәҙәк эттәр күбәйгән. Граждандарҙың социаль селтәрҙәрҙәге һәм район муниципалитетындағы ялыуҙары ошо хаҡта һөйләй. Тоҡомло ҙур эттәр хужаларының үҙ эттәрен аҫрауға яуапһыҙ ҡарауҙары, уларҙы ҡарауһыҙ иреккә сығарыу осраҡтары йышайҙы.

Хужаһыҙ эттәр –  ҙур проблема
Хужаһыҙ эттәр – ҙур проблема

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: йорт хайуандарын аҫрауға бәйле аныҡ ҡағиҙәләр бар. Уларға ярашлы, хужалар эттәрен үҙ йорттары биләмәләрендә бәйләп тоторға тейеш. Иреккә сығарылған эттәр кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефле. Бер өйөргә йыйылған агрессив эттәр халыҡҡа, шул иҫәптән балаларға ташланырға мөмкин. Йорт хайуандарын аҫрау тәртибен боҙған өсөн хужаларының административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал. Законды боҙған осраҡта өсөнсө кешеләргә ҡарата хәл федераль закон кимәлендә ҡарала. Ҡайһылыр осраҡтарҙа хужаларҙың хатта енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал.
Мәсетле районында мәктәптәр биләмәләрендә һәм район үҙәгенең башҡа урындарында даими рәүештә рейдтар үткәрелә, һөҙөмтәлә эттәрҙең иректә йөрөүенә юл ҡуйған хужалар билдәләнә. Берәҙәк эттәр популяцияһының артыуына юл ҡуймау буйынса профилактика эше планға ярашлы алып барыла. Хужаһыҙ эттәрҙе аулау һәм аҫрау өсөн подрядсы ойошма билдәләү маҡсатында ошо көн-дәрҙә тендер иғлан ителде, уның һөҙөмтәһе буйынса килешеү төҙөләсәк.
Район хакимиәте һәм Мәсетле ветеринария станцияһы етәкселеге хужаларҙың эттәрен бәйҙә тотоуын һорай.
Йорт хайуандарының ирекле йөрөү факттары асыҡланған осраҡта, был хаҡта ауыл йәки район хакимиәтенә хәбәр итергә кәрәк, социаль селтәрҙәр аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Тиҙ арала сара күреү өсөн эттең хужаһы тураһында ла хәбәр итегеҙ (үҙегеҙҙең исемде белдермәҫкә мөмкин).
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова