Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
24 Ғинуар 2022, 10:50

Ҡыш балыҡ ҡармаҡлау – мауыҡтырғыс, әммә хәүефле шөғөл!

Мәкенән балыҡ ҡармаҡларға йыйынаһығыҙмы? Үҙенсәлекле һәм күңелле ял төрөнөң ҡурҡыныс икәнлеген дә иҫтә тотоғоҙ.

Ҡыш балыҡ ҡармаҡлау – мауыҡтырғыс, әммә хәүефле шөғөл!
Ҡыш балыҡ ҡармаҡлау – мауыҡтырғыс, әммә хәүефле шөғөл!

Боҙҙоң ныҡлығын насар баһалап, ҡармаҡ менән бергә боҙ аҫтына ла китергә мөмкин. Ә дөрөҫ кейенмәгәндә – һыуыҡ алдырып, сирләргә лә күп кәрәмәй. Балыҡсыларға башҡа төр ҡаршылыҡтар ҙа бар – ҡышҡы көн ҡыҫҡа, тимәк, яратҡан шөғөлөңә ваҡыт аҙыраҡ ҡала, һыуыҡта бер урында бер нисә сәғәт хәрәкәтһеҙ ултырып балыҡ тотоу ҙа еңел эш түгел. Әммә хәүефтән ҡурҡмаған балыҡсылар уңышлы урынды эҙләп боҙға аяҡ баҫа.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары боҙға сығыу ғүмер өсөн хәүефле икәнен иҫкәртә һәм кәрәкмәгәндә унда йөрөмәҫкә кәңәш бирә.
Балыҡ ҡармаҡларға
яратыусыларға кәңәштәр
1. Балыҡ тотоу өсөн һайланған һыу ятҡылығын яҡшы белергә кәрәк: тәрәнлек кешенең буйынан артмағанын йәиһә тиҙ арала тәрән урындан һай урынға, ярға сығыу өсөн уңайлы урынды һайлағыҙ.
2. Боҙҙоң барлыҡҡа килеү шарттары һәм үҙенсәлектәрен, хәүефле боҙҙо яҡшы айыра белергә, һаҡлыҡ сараларын күрергә һәм даими рәүештә уларҙы үтәргә.
3. Ярҙан хәрәкәт маршрутын билдәләй белергә.
4. Ярҙан һаҡ ҡына төшөргә кәрәклеген иҫтә тотоғоҙ: боҙ ҡоро ер менән тығыҙ тоташмаған, ярылған булыуы, боҙ аҫтында һауа ҡалыуы ихтимал.
5. Боҙҙоң ҡараңғы участкаларына сығырға ярамай: улар ҡояшта тиҙерәк йылына һәм, әлбиттә, тиҙерәк ирей.
6. Төркөм менән хәрәкәт иткәндә арауыҡ һаҡларға кәрәк, бер-бер артлы барыусылар араһында арауыҡ биш метрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.
7. Рюкзак, йәшникте бер яҡ ҡулбашҡа аҫырға йәиһә үҙеңдән артта 2-3 метр алыҫлыҡта тотоп, еп менән һөйрәп йөрөргә кәрәк.
8. Боҙҙағы һәр аҙымды осло һөймән (балыҡсыларҙың боҙ тишеү ҡоралы) менән тикшерергә, әммә уның менән алдығыҙҙа боҙға һуғырға ярамай, ҡабырғанан булһа яҡшыраҡ. Бер һуғыуҙан боҙ тишелһә, шунда уҡ килгән яҡҡа сигенегеҙ.
9. Башҡа балыҡсыларға өс метрҙан да яҡын килмәҫкә.
10. Һыуҙа туңған ағас тамыры, ылымыҡ, һауа ҡыуыҡтары булған урындарға яҡын бармағыҙ.
11. Боҙҙағы ярыҡ урындарға яҡын бармағыҙ, төп массивтан бер нисә ярыҡ менән айырылған боҙ буйлап йөрөмәгеҙ.
12. Тишелгән мәкенән һыу шаулап өҫкә күтәрелһә, был хәүефле урындан тиҙ генә сығығыҙ.
13. Үҙегеҙ менән мотлаҡ ҡотҡарыу саралары алығыҙ: ауыртмаҡ бәйләнгән бау, оҙон таяҡ, киң таҡта.
14. Һыуға төшөп киткән осраҡта таянып, эләгеп сығыу өсөн үҙегеҙ менән осло әйбер алығыҙ (бысаҡ, һалдау, ырғаҡ, эре ҡаҙаҡ).
15. Үҙегеҙ янында һәм кисеүҙә (һуҡмаҡта) мәкене күп итеп тишмәгеҙ.
16. Балыҡ ҡармаҡлаған ваҡытта ҙур булмаған майҙансыҡта күп итеп мәке тишергә, йүгерергә, һикерергә, күмәкләп йыйылырға ярамай.
Надежда ГАЛАНОВА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова