Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
4 Ғинуар 2022, 10:30

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Саңғы һәм конькиҙа шыуыу мәле етте. Әммә был ҡышҡы спорт төрҙәренең ҡыуаныс килтереү менән бергә күңелһеҙ хәлдәргә лә юлыҡтырыуы ихтимал. Урамда һеҙҙе көтөлмәгән хәүефле хәлдәр һағаламаһын өсөн түбәндәге ҡағиҙәләргә таянығыҙ.

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Йәмәғәт һырғалағында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре:
Конькиҙы аяҡҡа таман итеп һайлап алырға кәрәк, аяҡ быуындарына уңайлы буласаҡ, быуын сығыу һәм һуҙылыуына юл ҡуймаҫ. Иң яҡшыһы – конькиҙы йөн ойоҡ менән кейеү. Конькиҙы ентекләп бауларға кәрәк. Улар тығыҙ ултырырға тейеш, ләкин бауҙы ныҡлап тартып бәйләргә ярамай, юғиһә, аяҡтарҙа ҡан йөрөшө аҡрыная һәм ойой. Шунан конькиға ҡыйыу баҫып рәхәтләнеп йөрөргә ҡала.
12 йәшкә тиклемге балалар һырғалаҡта өлкәндәр менән генә йөрөргә тейеш.
Һырғалаҡта тыйыла:
1. Йүгереү, һикереү, төртөшөү, шаярыу, юғары тиҙлектә шыуыу, хоккей уйнау, башҡа килеүселәргә ҡамасаулаған барлыҡ эштәрҙе башҡарыу;
2. Боҙға сүп-сар йәки башҡа төрлө предметтарҙы ташлау;
3. Үҙегеҙ менән спиртлы эсемлектәр килтереү һәм һыр-ғалаҡ биләмәһендә эсеү;
4. Һырғалаҡ биләмәһендә иҫерек килеш йәиһә наркотиктан иҫергән хәлдә булыу;
5. Инвентарь һәм боҙ япмаһын боҙоу;
6. Боҙға йорт хайуандары менән килеү;
7. Шартлатҡыс һәм еңел тоҡанып китеүсе матдәләр (шул иҫәптән пиротехник изделиелар) ҡулланыу;
8. Хеҙмәтләндереүсе персонал һәм һырғалаҡҡа килеүселәр менән тупаҫ һөйләшеү;
9. Боҙҙа шыуғанда ярыҡ һәм соҡорҙар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Көтөлмәгән йығылыу, йәрәхәтләнеүгә юл ҡуймаҫ өсөн һеҙҙе иғтибарлы һәм һаҡ булыр-ға саҡырабыҙ. Йәрәхәт алған осраҡта тиҙ арала һырғалаҡ хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итегеҙ. Һеҙгә ярҙам күрһәтерҙәр;
10. Һырғалаҡ етәкселеге халыҡтың һаулығына зыян килеү менән бәйле хәүефле хәлдәр (имгәнеү һәм башҡа йәрәхәттәр) өсөн яуаплы булмауын иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Саңғыла йөрөгәндә
йәрәхәтләнеүҙән һаҡланыу өсөн киләһе хәүефһеҙлек техникаһын күҙ уңында тотоғоҙ:
1. Саңғыны ташығанда ул ҡаты бәйләнгән йәиһә бер-береһенә махсус нығытмалар менән беркетелгән булырға тейеш. Саңғыларҙың өҫкө осло остарын тышлыҡ менән ҡапларға кәрәк.
2. Саңғыларҙы ташыған ва-ҡытта вертикаль хәлдә тоторға, осло остары өҫкә ҡарап торорға тейеш.
3. Саңғы таяҡсалары ҡарҙың өҫкө йөҙөнән алға шылыу һәм тигеҙлекте һаҡлау өсөн хеҙмәт итеүен иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Улар- ҙы һелтәп, осло баштары менән өҫкә күтәрергә ярамай.
4. Ҡаршыға килгән саңғысы менән нисек бәрелешмәҫкә? Төп ҡағиҙә – саңғы юлы “уртаҡ”. Осрашыуға тиклем бер нисә секунд ҡалғас, уң яҡҡа тартылырға – уң аяҡ менән саңғы юлынан сығып, таяҡтар эҙенә баҫырға, ә һул аяҡ менән уң аяҡтың урынына торорға. Шул уҡ ваҡытта хәрәкәтте да-уам итергә кәрәк. Таяҡ тотҡан һул ҡулды арҡаға ташлап, осло яғын уңға табан, саңғы юлына ҡаратмай тоторға. Осрашыу мәлендә яурындар бәрелмәһен өсөн, кәүҙәне саҡ ҡына уңға табан ауыштырырға мөмкин.
Ошо ҡатмарлы булмаған ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, каникулдар күңелле уҙыр һәм бары тик шатлыҡлы тойғолар ҡалдырыр.
Хөрмәтле мәсетлеләр, бәхет-һеҙ осраҡтарҙан һаҡланыу өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Ярҙам кәрәк була ҡалһа, 01 йәиһә 112 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.

Зимфер ТӨХВӘТУЛЛИН,
86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигы.

Әйткәндәй,
Райондың күпселек ауылдарында һырғалаҡ эшләнгән. Унда теләгән бер кеше үҙенә уңайлы ваҡытта барып конькиҙа шыуа ала. Оло Ыҡтамаҡ ауылында һырғалаҡ “Атлант” стадионында урынлашҡан. Ул көн дә киске сәғәт 10-ға тиклем эшләй. “Комета-спорт” базаһында саңғыла йөрөргә мөмкин. Саңғыны ҡуртымға дүшәмбе, шаршамбы, йома көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 3-кә тиклем, шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тән алырға мөмкин.

Автор:Лариса Михалькова