Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
25 Ноябрь 2021, 14:15

Башҡортостанда ҡош киҙеүенең икенсе осрағы теркәлгән

18 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Благовар районында ҡош киҙеүе сығанағы теркәлгән: 14 ҡаҙ үлгән.

Башҡортостанда ҡош киҙеүенең икенсе осрағы теркәлгән
Башҡортостанда ҡош киҙеүенең икенсе осрағы теркәлгән

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡош киҙеүе республика территорияһына беренсе тапҡыр октябрь айында үтеп инде. Ҡурҡыныс сир Туймазы районындағы “Алтын ҡаҙ” фермер хужалығында асыҡланды.
Мәсетле районында йорт ҡоштары тотҡан хужаларға, ҡош киҙеүенең таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн, киләһе сараларҙы күрергә кәрәк:
1. Һуғымға әҙер ҡошто ваҡытында салырға;
2. Йорт ҡоштарын иреккә ебәрмәҫкә, ҡырағай ҡоштар менән бәйләнеш булдырмаҫҡа;
3. Ҡаҙҙарҙы һыу ятҡылығына ебәрмәҫкә;
4. Билдәле булмаған етештереүселәрҙән ҡош һәм уларға аҙыҡ һатып алмаҫҡа.
Ҡоштоң ятҡанын йәиһә унда шикле билдәләр күргәндә, кисекмәҫтән ветеринария хеҙмәтен саҡырығыҙ.
Мәсетле район ветеринария станцияһы телефон һандары: 8 (34770) 2-00-92, 2-00-93, 2-12-52. Һорауҙарығыҙ булһа, 8-800-775-58-28 телефон һандары буйынса “Ҡыҙыу линия”ға шылтыратып белергә мөмкин.

Автор:Лариса Михалькова