Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
18 Ноябрь 2021, 16:30

Балалар хәүефһеҙлеге – дөйөм хәстәрлек

Һыу инеү ваҡыты күптән ябылыуына ҡарамаҫтан, республика һыу ятҡылыҡтарында фажиғәле осраҡтар булып тора.

Балалар хәүефһеҙлеге – дөйөм хәстәрлек
Балалар хәүефһеҙлеге – дөйөм хәстәрлек

5 ноябрҙә Илеш районында ҡарауһыҙ ҡалған алты йәшлек малай батып үлә. Ул яр буйында йөрөй һәм, тайып китеп, һыуға бата. Бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн һаҡлыҡ сараларын күрергә кәрәк:
– һыу ятҡылығы яҡын булғанда, бәләкәй балаларҙы хатта ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
– һыу ятҡылығы янында балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ;
– йоҡа боҙ өҫтөнә сыҡмағыҙ, балаларҙы ла тыйығыҙ;
– һыу ятҡылығы янында балалар йөрөгәнен күрһәгеҙ, уларҙың унан йыраҡ китеүен талап итегеҙ.
Ноябрҙән декабргә тиклемге, йәғни тотороҡло һалҡындар урынлашҡансы көҙгө боҙ ныҡлы түгел. Ҡар ҡаплаған боҙҙоң йоҡараҡ булыуы билдәле. Ҡайһы бер осраҡта һыу ятҡылығында боҙҙоң ҡалынлығы 10 см булғанда, ҡар аҫтындағы боҙҙоң 3 см булыуы ихтимал.
Ҡағиҙә булараҡ, ныҡлы боҙ үтә күренмәле, йәшкелт йәки зәңгәрһыу төҫтә була. Ғәҙәттә, ул асыҡ, ҡарһыҙ ерҙә барлыҡҡа килә. Йоҡа боҙ – һөтлө-болғансыҡ, һоро төҫтә. Структураһы – күҙәнәкле, бындай боҙ алдан сытырламай емерелеүсән. Шулай уҡ ҡар менән ҡапланған “йәш” боҙ ҙа үтә хәүефле.
Иң йоҡа боҙ – тиҙ ағымлы урында, ел өсөн асыҡ һәм тәрән урындарҙа, һыу төбө ләмле һәм торфлы булған ерҙә, һаҙлыҡлы ярҙар тирәһендә, һыу аҫты сығанаҡтары сыҡҡан ерҙә, күпер аҫтында, тар урындарҙа, ҡамыш һәм башҡа һыу үҫемлектәре үҫкән урындарҙа күҙәтелә.
* Һыу ятҡылыҡтарында тәүге боҙ хасил булһа ла унда коньки, саңғыла шыуыу һәм йөрөү тыйыла.
* Һис бер осраҡта ла ҡараңғыла һәм көн аяҙ булмағанда (томан, ҡар, ямғыр яуғанда) боҙға сығырға ярамай.
* Боҙҙоң ныҡлығын тибеп ҡарап тикшерергә ярамай. Әгәр утын ағасы, йә булмаһа саңғы таяғы менән бер тапҡыр ныҡ итеп һуҡҡандан һуң бер аҙ һыу күренһә, был боҙҙоң йоҡа булыуын, уның өҫтөнән йөрөргә ярамауын аңлата.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: көҙ-ҡыш миҙгелендә һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек сараларын үтәмәүҙең фажиғәләргә алып килеүе ихтимал
Лариса РИЗВАНОВА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова