Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
14 Октябрь , 15:00

Эске эштәр министрлығы иҫкәртә

2021 йылдың 15 октябренән алып 14 ноябргә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уҙа. Ошо хәл менән бәйле Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге район халҡын, граждандарҙы, үҙҙәре менән иҫәп алыусы йәиһә ирекмән тип таныштырып, шәхси мәғлүмәт йыйған мутлашыусылар хаҡында иҫкәртә.

Эске эштәр министрлығы иҫкәртә

Мутлашыусылар граждандарға иҫәп алыуҙы ваҡытынан алдан үтергә, урамда йәиһә телефон аша һорауҙарға яуап бирергә, иҫәп алыу өсөн аҡса һорарға, тауар һәм хеҙмәттәр тәҡдим итергә, өгөтләргә мөмкин.
Әгәр ҙә һеҙгә телефон аша шылтыратһалар, иҫәп алыуҙы телефон аша үтергә саҡырып смс-хәбәр килһә, бер ниндәй ҙә мәғлүмәт ебәрмәгеҙ, тип иҫкәртә Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре.
Иҫәп алыусының паспорты ҡулында булғанда ғына уның танытмаһы ғәмәлдә. Урам буйында йәиһә ихата эсендә иҫәп алыу рөхсәт ителмәй.
Әгәр ҙә иҫәп алыусы килгәндә һеҙ өйҙә булмайһығыҙ икән, был ваҡытта ул яҡындағы иҫәп алыу участкалары адрестары яҙылған һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтында үҙ аллы иҫәп алыу ҡағыҙын тултырыу мөмкинселеге хаҡында почта йәшнигендә мәғлүмәт ҡалдыра.
Иҫәп алыусылар еңел таныла: улар жилетта, шарф таҡҡан һәм “Бөтә Рәсәй иҫәп алыу-2020” символикаһы яҙылған сумка тағып йөрөйҙәр.
Шикләнгән осраҡта 8 (34770) 2-00-02, 102, 112 телефондары буйынса йәиһә полиция участкаһына шылтыратырға кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы һанлы технологиялар ҡулланып уҙа. Башланасаҡ иҫәп алыуҙа рәсәйлеләргә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында электрон иҫәп алыу ҡағыҙын үҙ аллы тултырыу мөмкинселеге яңы ысул булып тора. Иҫәп алыусылар торлаҡ йорттар буйынса йөрөгәндә махсус программа ҡуйылған планшет ҡулланасаҡ. Шулай уҡ иҫәп алыу участкалары эшләйәсәк, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәткән күп функциялы үҙәк бинаһында иҫәп бирергә мөмкин.

Автор:Наталья  Русинова