Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
17 Сентябрь 2021, 16:00

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ

2021 йылдың 14 сентябренә тиклем Мәсетле районында 58 янғын теркәлгән (былтыр ошо уҡ ваҡытҡа 60 булған), уларҙа берәр кеше зыян күргән һәм һәләк булған. Төп сәбәп – ут менән һаҡһыҙ тотоноу (10 осраҡ). Әле ошо көндәрҙә генә, 6 сентябрҙә, Мәләкәҫ ауылында мейес үтә ҡыҙыу сәбәпле мунса янып китте.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ

Һауа температураһы түбәнәйгән осорҙа, электр приборҙарын йышыраҡ ҡулланыу һәм мейескә яғыуға бәйле, йыл һайын янғындар һаны артыуы күҙәтелә. Шуға күрә 86-сы янғын һүндереү часы граждандарҙы торлаҡ биналарҙа электр ҡорамалдары менән файҙаланғанда һәм мейес яҡҡанда Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: мейес яғыу режимын боҙоу һәм күп утын яғыу янғын сығыуына килтереүе ихтимал. Был осраҡта мейестең кирбесе шул тиклем ныҡ ҡыҙа, хатта ул бинаның мейескә терәлеп торған ағас конструкцияларының яныуына килтерә. Ут менән һаҡһыҙ тотоноу, мейес эргәһендә утын, янып китеүсән материалдар киптереү, Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең башҡа талаптарын боҙоу сәбәпле янғындар сыға.


Мейес менән ҡулланғанда түбәндәге талаптарҙы үтәү мотлаҡ:
- ярығы булған мейестәргә яҡмағыҙ;
- мейес һәм башҡа йылытыу приборҙары менән янып китеүсән конструкциялар араһында ара ҡалырға, мейес алдындағы ағас йәки янып китеүсән башҡа материалдарҙан эшләнгән иҙәндә 50х70 см ҙурлығындағы тимер табаҡ булырға тейеш;
- мейес мөрйәләренең янып китеүсән ябыу материалдары аша сыҡҡан урыны кәм тигәндә 38 сантиметрға кирбестән күтәрелергә тейеш;
- йылытыу осоро башланыр адынан һәм өс айға бер тапҡыр мөрйәләрҙе һәм мейестәрҙе ҡоромдан таҙартырға;
- яғылған мейесте ҡарауһыҙ йәки бәләкәй балаларға ышанып ҡалдырмаҫҡа;
- мейес өҫтөндә һәм эргәһендә янып китеүсән материал, утын һаҡларға, кейем киптерергә ярамай;
- мейесте кәрәсин, бензин, башҡа тиҙ тоҡанып китеүсән шыйыҡсалар менән яҡмағыҙ.
Электр ҡорамалдары менән тотоноу ҡағиҙәләре
Электр приборҙарын ҡабыҙғанда бүлмәлә ҡараңғыраҡ булып китә икән, тимәк, һеҙҙең электр селтәренә көсөргәнеш артыҡ күп төшә. Һаҡлағыстарҙың да йыш янып сығыуы селтәргә көсөргәнеш төшөүе тураһында һөйләй. Был осраҡта электрикты өйөгөҙгә саҡырырға кәрәк.

Электр йылытыу приборҙары менән тотонғанда түбәндәге сараларҙы күрегеҙ:
- электр үткәргес йәки штепсель эшләгән ваҡытта ҡыҙа икән, йылытыу приборын шунда уҡ һүндерегеҙ һәм розетканан алығыҙ;
- йылытыу приборы янып китмәй торған нигеҙҙә торорға тейеш, уны ҡабыҙған килеш ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, төнгөлөккә һүндерегеҙ;
- йыш ҡына янғындар ҡулдан эшләнгән йылытыу приборҙарынан сыға. Ундайҙарҙы ҡулланмағыҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн һаҡлыҡ саралары күрегеҙ.
Янғын сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән 01, кеҫә телефонынан 101 һандарына шылтыратығыҙ һәм янғын сыҡҡан урындың адресын, үҙегеҙҙең фамилияғыҙҙы, телефонығыҙҙы әйтегеҙ. Янғын һүндереүселәрҙе ҡаршы алығыҙ.

Зимфер ТӨХВӘТУЛЛИН,
86-сы янғын һүндереү часы начальнигы.

Фото

Автор:Лариса Михалькова