Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
23 Август 2021, 09:35

Халыҡ менән фермерҙар берләште

Янғын – иҫәпле ваҡыт эсендә йылдар буйына йыйылған мөлкәтте юҡ итергә һәләтле ҡур-ҡыныс көс. Уның менән көрәштә еңеп сығыр өсөн кәрәкле ҡорамалдар булдырыу мөһим.

Халыҡ менән фермерҙар берләште
Халыҡ менән фермерҙар берләште

Беҙҙең районда һәр ауыл биләмәһендә ирекле янғын һүндереү дружинаһы бар, әммә ҡайһы бер ауылдар бер-берҙәренән алыҫ ята. Янғын сыҡҡанда ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле, шуның өсөн дә янғын һүндереү хеҙмәте килеп еткәнсе, ут һүндереү ҡорамалдары – урындағы халыҡ өсөн ҙур ярҙам. Түбәнге Туҡбай ауылы халҡы быны яҡшы аңлай. Ауыл старостаһы Ирек Нафиҡов янғын һүндереү өсөн һауытҡа аҡса йыйырға тәҡдим иткәс, ауылдаштар берҙәмлек күрһәтеп, бер тауыштан уны хуплап риза булдылар.
Дыуан-Мәсетле ауылы хакимиәте мотопомпаға аҡса бүлде, ә фермер Руслан Ахунов янғын һүндереү өсөн махсус шланг һатып алды.
– Был ҡорамал ауыл халҡы көсө менән янғын һүндереү буйынса эште оператив ойошторорға ярҙам итә, төп янғын хеҙмәте һәм ауылдың ирекле янғын һүндереү дружинаһы килеп еткәнсе утҡа көсәйергә ирек бирмәй, – тип һөйләй Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Фазлыев. – Ошондай уҡ һауыттар Рәмзил Ғәйнетдинов һәм Руслан Ахунов ярҙамында Бурансы һәм Дыуан-Мәсетле ауылдарында булдырылды.

Автор:Айгуль  Шарапова