Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
11 Август 2021, 11:10

Ауылдар территорияларында сүп яндырыу ҡағиҙәләре

Асыҡ ут – шәхси участка хужалары баһалап еткермәгән реаль хәүеф. Һаҡһыҙлыҡ һәм көслө ел уны тиҙ арала көсәйтеп ебәрергә мөмкин. Шуның өсөн дә ауыл территорияһында һәм шәхси хужалыҡтарҙа асыҡ һауала усаҡ яғыу ҡағиҙәләренә талаптар арта.

Ауылдар территорияларында сүп яндырыу ҡағиҙәләре
Ауылдар территорияларында сүп яндырыу ҡағиҙәләре

Янғынға ҡаршы режимдың 1479-сы һанлы яңы ҡағиҙәләре Рәсәй Хөкүмәте ҡарары тарафынан раҫланған һәм 2021 йылдың 1 ғинуарында үҙ көсөнә инде. Элек асыҡ һауала усаҡ яғыу, сүп-сар яндырыу дөйөм ҡулланыштағы территорияла ғына тыйыла ине. Хәҙер ҡануниәт шәхси участкаларҙа ла бындай мөмкинселекте сикләй. Шәхси хужалыҡтарҙа асыҡ һауала тыйыла:
- усаҡ яғыу;
- сүп-сар, шул иҫәптән ҡоро үлән, ағас яндырыу;
- усаҡта ризыҡ әҙерләү.
Шулай ҙа 2021 йылда участкаларҙа усаҡ яғыу мөмкин, әммә махсус эшләнгән урындарҙа. Ошондай уҡ ҡағиҙәләр дөйөм ҡулланыштағы ерҙәргә лә ҡа-ғыла.
Участкаларҙа сүп-сар һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын яндырыу урындарына булған талаптар 1479-сы ҡарарҙың 4-се һанлы ҡушымтаһында яҙылған. Ошо документҡа ярашлы, усаҡ яғыу урындары бер нисә мөһим ҡағиҙәгә тап килергә тейеш:
- сүп-сарҙы тәрәнлеге 30 сантиметрҙан да кәм булмаған соҡорҙа яндырырға мөмкин. Диаметры 1 метрҙан артырға тейеш түгел;
- соҡор урынына ҡаты нигеҙле тимер һауыт ҡуйылған махсус йыһазландырылған майҙансыҡ ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, сүп-сар яндырыу өсөн шәхси участка хужаларына күләме бер кубометрҙан да кәм булмаған тимер мискә, бак ҡулланырға рөхсәт ителә. Шашлыҡты әүәлгесә мангалда ҡурыр- ға мөмкин;
- сүп-сар яндырыу өсөн мискә ҡуйыласаҡ соҡор йорт ҡаралтыларынан биш метрҙан алыҫ ҡаҙылырға тейеш;
- соҡорҙан 10 метр радиусында яныусан материалдар, ҡоро үлән, ағас ботаҡтары булмаҫҡа тейеш;
- утты тиҙ генә һүндереү өсөн соҡор янында һәр ваҡыт тимер табаҡ тоторға кәрәк. Уның майҙаны тимер мискәне йәиһә соҡорҙо ябырлыҡ булһын;
- усаҡ яғыу урынында һыу, көрәк, ҡом кеүек тәүге янғын һүндереү саралары булыуы мотлаҡ. Улар осҡондар ҡоро үләнгә, яҡындағы ҡыуаҡтарға тоҡанып киткән ваҡытта кәрәк буласаҡ;
- шулай уҡ шәхси ихатала сүп-сар яндырыу өсөн мейес һалырға, йәиһә әҙер ҡоролма һатып алып урынлаштырырға мөмкин.
Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙә һәм ауыл биләмәһе территорияһында асыҡ һауала, киләһе талаптарҙы күҙ уңында тотоп, усаҡ яғырға рөхсәт ителә:
- алыҫлығы ылыҫ урманынан 100 метрҙан да кәм булмаған ерҙә;
- алыҫлығы япраҡлы урман һәм айырым үҫкән ағастарҙан 30 метрҙан да кәм булмаған ерҙә;
- алыҫлығы төрлө ҡоролмаларҙан 50 метрҙан да кәм булмаған урында.
Шәхси участкала янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған хужаларға штраф янай. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 20.4-се статьяһына ярашлы, түләттереү күләме ике мең һумдан алып өс мең һум тәшкил итә. Әгәр ҙә янғын законды боҙоу һөҙөмтәһендә килеп сыҡһа, түләтеү күләме биш мең һумға тиклем арта.
А. В. КРЫЛОСОВ,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы
буйынса идаралығы Дыуан
район-ара бүлеге күҙәтеү
эшмәкәрлеге һәм профилактика эше буйынса инспекторы.

Автор:Лариса Михалькова