Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хәүефһеҙ каникул ҡағиҙәләре

Тағы ла бер уҡыу йылы тамамланды. Балалар өсөн көтөп алған каникулдар башланып тора.

Нәҡ йәй миҙгелендә, балалар өйҙә үҙҙәре генә ҡалғанда, уларҙың ғүмер-ҙәре хәүеф аҫтына ҡуйыла. Шуға күрә йәйге каникул ваҡытында уларҙың ялын дөрөҫ ойошторорға, уңайлы һәм хәүефһеҙ ял өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Ата-әсәләр балаларына иғтибарлы булырға, уларҙың нимә менән шөғөлләнеүҙәре тураһында ҡыҙыҡһынып, ҡайҙа йөрөгәндәрен белеп торорға тейеш. Балағыҙ менән һөйләшегеҙ, тағы ла бер ҡат хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫенә төшөрөгөҙ.
Көндәр йылыныу менән балалар һыу буйына ашыға. Уларға һыуҙа уйнауҙың хәүефле булыуын, үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеген өйрәтегеҙ.
Шулай уҡ йәй балаларҙың ут менән шаярыуы һөҙөмтәһендә янғын сығыу хәүефе бар. Балаларға янғын хәүеф-һеҙлеге ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. Уларға шырпы менән уйнарға, урманда усаҡ яғырға рөхсәт итмәгеҙ.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Шырпы һәм ут ҡабыҙғыстарҙы, тиҙ тоҡаныусан һәм яныусан шыйыҡсаларҙы, дарыуҙарҙы һәм көнкүреш химияһын балаларҙың буйы етмәҫлек ерҙә һаҡлағыҙ. Балағыҙға газ һәм электр приборҙары менән үҙ аллы тотонорға, мейес яғыр-ға рөхсәт итмәгеҙ.
Хужалыҡ эштәре менән мәшғүл булып, балағыҙҙы үҙ көйөнә ҡалдырмағыҙ.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Закон буйынса кисен һәм төнөн балалар менән үҫмерҙәргә ололарҙан башҡа йөрөү рөхсәт ителмәй.
Скутерҙа һәм велосипедта хәүефһеҙ йөрөү ҡағиҙәләрен, уларҙы үтәргә кәрәклеген хәтерҙәренә төшөрөгөҙ.
Ата-әсәләрҙең рөхсәтенән тыш урманға һәм йылғаға барырға ярамай. Юл буйында уйнау, ташландыҡ биналарҙа, сүплектәрҙә йөрөү, таныш булмаған кешеләр менән аралашырға ярамай, эҫе ҡабыуҙан һаҡланырға кәрәк.
Бынан тыш, йыл һайын көндәр йылыныу менән балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөү осраҡтары арта. Йыш ҡына улар төрлө тән йәрәхәттәре алып, оҙаҡ дауаланырға мәжбүр була.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен йышыраҡ ҡабатлап торған һайын, улар уны нығыраҡ хәтерҙәрендә ҡалдырыр.
Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Район мәғариф бүлеге.