Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яза түгел, диагноз

16 май – СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу көнөБелешмә Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, йоғошло ауырыуҙар кабинетында 80 ВИЧ-инфекциялы кеше, шул иҫәптән 42 ҡатын, 36 ир һәм ике бала диспансер иҫәбендә тора. 2020 йылда 16 кеше иҫәпкә ҡуйылған, 8 кеше ошо арҡала вафат булған, ВИЧ-инфекциялы әсәнән ике бала тыуған. 2021 йылда ике кеше иҫәпкә ҡуйылған, ике кеше вафат булған. Сирләүселәрҙең уртаса йәше – 30-40, өс осраҡ – 60 йәштән өлкәнерәктәр.

Йыл һайын май айының өсөнсө йәкшәмбеһендә донъяның төрлө илдәрендә СПИД ҡорбандарын иҫкә алалар.
Халыҡ-ара СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу көнө ВИЧ менән йәшәгән кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә. Төп маҡсат – был мәсьәләгә халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү, сирҙе профилактикалау һәм уны йоҡтороу юлдарын хәбәр итеү.
Донъяла СПИД-тан үлеүселәр статистикаһы ҡот осҡос ҙур. Уларҙың һаны Икенсе донъя һуғышы ҡорбандары һанынан артып китә.
Үлем осрағына алып килгән ВИЧ-инфекция, бөгөн хроник сирҙәр рәтенә күс- те. Антиретровируслы препараттар ҡабул иткән һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған пациенттар тулы тормош менән йәшәй: эшләй, ғаилә ҡора, сәләмәт бала таба һәм үҫтерә ала.
Вирустың төп йоғоу юлы – енси бәйләнеш. ВИЧ-инфекцияһы организмға донор ҡаны биргәндә, бер үк шприц менән ҡулланғанда, шулай уҡ йөклө саҡта, бала тапҡанда, күкрәк һөтө имеҙгәндә әсәнән балаға күсә ала.
Бигерәк тә хәүеф төркөмөнә енси партнерын йыш алмаштырыусылар, венаға наркотик ҡаҙаусылар инә. Зарарланған ҡан шприц, энә йәиһә наркотик иретмәһенә эләгеп, был мөхиттә ВИЧ-тың тиҙ таралыуына булышлыҡ итә.
ВИЧ менән көрәштә ауырыуҙы ваҡытында диагностикалау мөһим роль уйнай. ВИЧ-тан тәғәйен дарыуҙар юҡ, әммә табиптар билдәләгән антиретровируслы препараттар (АРТ) ҡабул иткәндә, уның организмда таралыуын тулыһынса тиерлек туҡтатырға мөмкин.