Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
29 Апрель 2021, 17:00

Аҡ буй һыҙыҡтар – юлдың төп элементы

Республика юлдарында асфальт ҡатламын ремонтлауҙан тыш, аҡ буй һыҙыҡтарын да яңыртып, тәртипкә килтерәләр. Юл тармағындағы эштәр мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора, тип белдерҙе социаль селтәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.

Ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре яңы миҙгел эшенә әҙер: заманса техника көйлө һәм материалдар етерлек кимәлдә тупланған. Республика юлдарында ремонт эштәре 27 апрелдән башланды.
Юл япмаһына ямғыр, бысраҡтан йыуылмаған тотороҡло махсус буяу һалына. Һауа температураһы 10 градустан түбән булған ваҡытта билдәләр термопласт ысулы менән эшләнә. Радий Хәбиров аңлатыуы буйынса, термопласт тәүлегенә бер мең автомобиль хәрәкәт иткән бөтә төбәк магистралдәрендә һәм муниципаль-ара юлдарҙа һалынасаҡ.
“Был буй һыҙыҡтарҙың дөйөм оҙонлоғо 2800 километр тәшкил итә. Тотороҡло буяуҙы муниципаль-ара юлдарҙа ла ҡулланасаҡтар – был тағы ла алты мең километр. Ошо маҡсат менән 2021 йылда бөтәһе 317 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Бер йыл элек самаһы һалынған билдәләрҙең туҙыу кимәле 25 проценттан ашыу, подрядсылар гарантия буйынса уны тергеҙергә тейеш”, – тип һөйләне Радий Фәрит улы.
Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығының баш инженеры Флорид Абдулхаев билдәләүенсә, Мәсетле районында юл билдәләрен һыҙыу эше башланған.
Шулай уҡ, 65 километр тәшкил иткән Кропачево – Мәсәғүт – Әчит төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлына ла билдә һыҙыу планлаштырылған. Термопласт ярҙамында һыҙыу өсөн – өс миллион һумдан ашыу, ә тотороҡло буяуға ике миллион һум самаһы аҡса бүленәсәк.
Тағы ла 60 километр тәшкил иткән муниципаль-ара автомобиль юл участкаларына билдәләр һалынасаҡ. Был маҡсат менән 663 мең һум аҡса бүленә.
– Юлға аҡ буй юл билдәләрен һалыу эштәрен ағымдағы йылдың 15 июненә тиклем тамамлау планлаштырыла. Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге төп өҫтөнлөк булып тора, – тип билдәләне республика етәксеһе.