Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
23 Апрель 2021, 15:00

Балаларҙың ғүмере өсөн ололар яуап бирә

2005 йылда, мин республиканың юл хәрәкәте хәүеф-һеҙлеге баш дәүләт инспекторы булып эшләй башлағанда, Башҡортостанда йыл эсендә 16 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 700-гә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгәйне. Уларҙа 31 бала һәләк булған, 697-һе тән йәрәхәттәре алған. Республика ҡалалары һәм райондарының яртыһында балаларҙың юл-транспорт һәләкәттәрендә йәрәхәтләнеү осраҡтарының артыуы күҙәтелде. Өфөлә хәл бигерәк тә насар ине.

Ул саҡта аварияларҙың яртыһы тиерлек балаларҙың һаҡһыҙлығы арҡаһында яһала ине: ярамаған урында юл аша йүгереп сыҡһындармы, велосипедсы, хатта водитель булараҡ Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙһондармы...
Юлдарҙа хәрәкәттең ҡырҡа көсәйеүенең, шул уҡ ваҡытта унда ҡатнашыусыларҙың дисциплинаһы түбән булыуының, шулай уҡ балаларға хәрәкәт хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре яҡшылап өйрәтелмәүенең Башҡортостан Республикаһында балаларҙың юл-транспорт травматизмы кимәлен һәм тенденцияларын билдәләүсе төп факторҙар булыуын төшөнгәс, ныҡлап эшкә тотондоҡ.
Мәғариф министрлығы менән берлектә балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса масштаблы республика саралары һәм конкурстары үткәрә башланыҡ. Социаль рекламаға һәм киң мәғлүмәт саралары менән эшләүгә тейешле иғибар бүленде.
Юл-транспорт һәләкәттәренә килтереүсе сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы анализлау, уларҙы бөтөрөү буйынса үткәрелгән эш балалар травматизмы кимәлен кәметергә мөмкинлек бирҙе.
Ошо йылдар эсендә балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт һәләкәттәре һанын ике тапҡырға кәметеүгә өлгәштек, үлем осраҡтары ла шул тиклемгә кәмене, балаларҙың имгәнеү күрһәткесе лә һиҙелерлек төштө. Иң мөһиме – 2020 йылда һаҡһыҙлыҡтары арҡаһында балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүенең 91 осрағы ғына теркәлгән, ә 2005 йылда был һан 290-ға тигеҙ ине.
Көн һайын ЮХХДИ идаралығының дежур бүлегенә балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында мәғлүмәттәр килеп тора. Быйыл өс айҙа республика юлдарындағы авариялар һигеҙ баланың ғүмерен өҙҙө. Уларҙың барыһы ла пассажирҙар булған. Февраль йомғаҡтары буйынса, балиғ булмағандар ҡатнашлығындағы 10 аварияның 6-һы пассажир балаларға тура килә: балалар менән бөтәһе 83 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлһә, шуларҙың 51-ендә пассажир балалар зыян күргән. Бында ғәйеп тулыһынса өлкәндәр иңендә ята, сөнки балалар юл-транспорт ваҡиғаһына өлкәндәрҙең Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүе сәбәпле тарыған. Ҡайһы бер осраҡтарҙа бала ултырған автомобилдең водителе ғәйепле, икенселәрендә – башҡа автомобиль водителе. Балалар ҡатнашлығында 32 авария осрағы – йәйәүлеләрҙе төрттөрөү. 13 юл-транспорт ваҡиға-һы бала юл аша сығып барғанда булған.
Һеҙҙең менән беҙҙең бурыс – балаларҙы бындай ҡурҡыныс хәлдәрҙән аралау. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен аңлатыу, урамда йөрөгәндә һаҡ һәм ипле булырға өйрәтеү. Әйткәндәй, һуңғыһы бөгөн өлкәндәргә нығыраҡ ҡағыла, сөнки балиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл-транспорт һәләкәттәренең һәр һигеҙенсеһендә генә балалар үҙҙәре һаҡһыҙлыҡ күрһәткән. Ҡалған аварияларҙа өлкәндәр ғәйепле.
Водителдәргә балаларҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймауҙарын һәм Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙәрен үтенеп мөрәжәғәт итәм. Юлығыҙҙа кескәй йәйәүлене күреү менән, хәрәкәт тиҙлеген кәметә һалығыҙ, сөнки йыш ҡына балаларҙың артабан ни ҡылырын белеп булмай. Урам сатында, тыҡрыҡтарҙа, йәмәғәт транспорты туҡталыштары, йәйәүлеләр өсөн урам аша сығыу урындары, парктар һәм скверҙар, балалар майҙансыҡтары янында тиҙлекте кәметергә онотмағыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ихаталарҙа хәрәкәт тиҙлеге минималь булырға тейеш. Юл буйындағы балаларҙың ниәте аңлашылмаһа, ҡат-ҡат сигнал бирергә тартынмағыҙ. Йәйәүлеләрҙең дә, водителдәрҙең дә һаулығы һәм именлеге шуға бәйле.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Йәйәүлеләр өсөн Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен балаларығыҙҙың хәтеренә төшөрөп тороғоҙ. Иң тәүҙә урам аша ҡасан һәм нисек сығырға икәнлеген аңлатығыҙ. Юл ситендә уйнауҙың ни ҡәҙәр ҡурҡыныс булыуы тураһында һөйләгеҙ.
Алда – йәй. Ошо осор башланғансы уҡ уҡыусы балаларға, ә беренсе сиратта, уларҙың ата-әсәләренә скутерҙарҙың, монобайктарҙың һәм сигвейҙарҙың ни тиклем ҡурҡыныс икәнлеге тураһында аңлатығыҙ. Иң мөһиме – балаларға үҙ-үҙеңде дөрөҫ тотоу өлгөһө булығыҙ.
Динар ҒИЛМЕТДИНОВ,
Башҡортостан
Республикаһының юл
хәрәкәте хәүефһеҙлеге баш дәүләт инспекторы.