Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
21 Апрель 2021, 11:10

Яҙ янғын хәүефе ҙур

Шәмбе Оло Ыҡтамаҡ ауылында киске сәғәт 6-ла өйҙәр-ҙән йыраҡ түгел, урманда ҡоро үлән янды.

Ут 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм битараф булмаған ауыл халҡы ярҙамында тиҙ арала һүндерелде.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 16 апрелендәге “Башҡортостан Республикаһы территорияһында йыл һайын яҙғы-йәйге осорҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар комплексы тураһында”ғы 111-се ҡарарына ярашлы, 14 апрелдән 14 майға тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһында янғын хәүефһеҙлеге айлығы иғлан ителде.
Мәсетле районында хәүефһеҙлек айлығы сиктәрендә уны иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү, граждандарҙың янғын осрағына техник белемен арттырыу һәм хәүефһеҙлек мәҙәниәтен күтәреүгә йүнәлтелгән саралар планлаштырылған.
Янғындарҙы иҫкәртеү һәм янғын ваҡытында кешеләрҙең һәләк булыуына юл ҡуймау маҡсатында, 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы шәхси составы тарафынан халыҡ араһында янғын хәүефһеҙлеге, янғын сығыуға юл ҡуймау ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса саралар уҙғарыласаҡ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәте Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәтенең 32-се янғын һүндереү отрядының 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы иҫкәртә: урамға сығып, ҡоро үлән, ағас һәм сүп-сар яндырғанда елдең ябай усаҡты ла ҙур ялҡынға әйләндереүе ихтимал. Ҡоро үлән янғанда ут бик тиҙ тарала һәм ҙур майҙанды биләй. Көслө ел ваҡытында ут сәғәтенә 20-25 километр тиҙлектә киңәйә. Был уны һүндереүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
Ҡоро үләндең урман, ауыл территорияһы янында яныуы бигерәк тә ҙур ҡурҡыныс менән янай. Көслө ел ваҡытында сыҡҡан янғын ҙур тиҙлектә ҡоро ҡоролма, өйҙәрҙе ялмап ала. Шулай итеп, яҙ ҡоро үләнде яндырыу матди зыян килтерә, ә иң ҡурҡынысы – кешеләрҙең һәләк булыуы, малдарҙың үлеүе ихтимал.
Янғын менән көрәштә бер-ҙән-бер һөҙөмтәле ысул – уны булдырмау, шулай уҡ граждандарҙың аңлы рәүештә белеп эш итеүе, ҡоро ағас-үләндәрҙе яндырмауы.
Асыҡ ут ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Был ябай ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн административ, гражданлыҡ-хоҡуҡи һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Тәбиғәт зонаһында янғын сыҡҡан осраҡта 01, кеҫә телефонынан 101 йәки 112 һандарына кисекмәҫтән шылтыратығыҙ.
Салауат ЯМАЛЕТДИНОВ,
86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигы урынбаҫары.