Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
5 Апрель 2021, 13:30

Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ғүмерегеҙҙе һаҡлар

Йәйәүлеләрҙең автотран-спорт аҫтында ҡалыуы иң хәүефле юл-транспорт ва-ҡиғаларының береһе булып тора. Һуңғы ике аҙнала ғына районда йәйәүлеләрҙе төрттөрөп китеүҙең ике осрағы теркәлгән: тәүгеһендә бер ҡатындың ғүмере өҙөлдө, уҙған шәмбе район үҙәгендә булған икенсе осраҡта Революция урамында киске сәғәт 9 тирәһендә йәш кешене төрттөрөп киткәндәр.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе тәүлектең ҡараңғы ваҡытында, автомобиль менән идара итеп, Салауат Юлаев урамынан Салйоғот ауылы яғына табан китеп барғанда юл ситендә торған автомобилде урап уҙған ваҡытта юлдың һул яғынан транспорт хәрәкәтенә ҡаршы килгән йәйәүлене төрттөргән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йәйәүле тән йәрәхәттәре алған һәм Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына килтерелгән.
Бындай ваҡиғалар башлыса тәүлектең ҡараңғы ваҡытында күҙәтелә. Сәбәптәре төрлө: юлдар насар яҡтыртыла, бигерәк тә йәйәүлеләр йөрөгән урын, күптәр ҡара төҫтә кейемдә йөрөй, көтмәгәндә юлға йүгереп сығыусылар ҙа осрай.
Бындай күңелһеҙ, ҡайһы саҡта фажиғәле хәлдәргә юлыҡмаҫ өсөн Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим. Автоһәүәҫкәрҙәргә транспорт сараларын ошо миҙгелгә тейешле әҙерләргә кәрәк: шипланған тәгәрмәстәр ҡуйырға, фарҙарҙың нисек яҡтыртыуын ҡарарға. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында велосипедта фар йәки фонарь ҡабыҙылырға тейеш, көндөҙ – көндөҙгө яҡтыртыу уттары йәки яҡынға яҡтыртыусы фар. Велосипедта ҡыш йөрөргә тура килһә, кинәт туҡтауҙан һәм боролоуҙан һаҡланығыҙ.
Йәйәүлеләргә һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы башҡаларға улар өсөн тәғәйенләнгән һаҡланыу сараларын файҙаланырға кәрәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡараңғы ваҡытта, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән хәлдә лә, водителгә тиҙ һәм дөрөҫ эш итеү ҡыйынға тура килә. Юлда объектты күргәндән һуң ҡарар ҡабул иткәнсе ваҡыт үтә, ә автомобиль тормоз юлын үтеп өлгөрә. Шулай итеп, әкрен килгән автомобилдән дә зыян күреүегеҙ ихтимал. Бигерәк тә балалар өсөн хәүефле.
Юлдар насар яҡтыртылған осраҡта был проблеманы хәл итеү юлдарының береһе – йәйәүлеләрҙең, велосипедта йөрөүселәрҙең һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар-ҙың яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элемент йөрөтөүҙәре. Улар ҡараңғы ваҡытта йәйәүлене 150-400 метр алыҫлыҡтан күреү мөмкинлеге бирә.
Хәҙер яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙы төрлө ведомство һәм хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре махсус кейемдәрендә, спорт костюмдарында, балалар кейемендә һәм аяҡ кейемендә йөрөтәләр. Ҡай-һы берәүҙәр яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар балаларға йәки махсус кейемгә генә кәрәк, тип иҫәпләй һәм хаталана: ул күп осраҡта ғүмерҙәрҙе һаҡлап алып ҡала.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙың һеҙгә ҡарап өйрәнгәндәрен онотмағыҙ! Балаға урамдан яҡтыртылған урындан ғына барырға кәрәклеген аңлатығыҙ. Уға яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элемент алып бирергә һәм кейеменә беркетергә онотмағыҙ!
Вадим ШӘРИПОВ,
Мәсетле эске эштәр бүлеге ЮХХДИ бүлексәһенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген
пропагандалау буйынса инспекторы.