Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
30 Март 2021, 09:55

Талпандар уяныр мәл етә

“Йыл һайын эпидемия миҙгелендә районда 70-ләгән кеше, талпан ҡаҙалыу сәбәпле, медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә”, – ти Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы Рима Алюкова.

020 йылда Мәсетле районында бер кеше талпан энцефалиты йоҡторған, ә унан алдағы йылда ике осраҡ теркәлгән.
Инфекция йөрөткән талпан ҡаҙалғандан һуң кешегә энцефалит вирусы, боррелиоз (Лайма сире), эрлихиоз, анаплазмоз һәм башҡа инфекциялы сирҙәр йоғоуы ихтимал.
Талпан энцефалитынан үҙенсәлекле профилактика сараһының бер төрө – вакцина ҡуйҙырыу. Ҡағиҙә булараҡ, һөнәре буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләр энцефалит вирусына ҡаршы прививка ҡуйҙыра. Вакцинаны теләгән һәр кеше ҡуйҙыра ала.
Иммунитет барлыҡҡа килеп өлгөрһөн өсөн, һаҡланыу сараһын талпандар әүҙемләшә башлағансы ҡыш миҙгелендә йәиһә иртә яҙҙан башлау мөһим. Беренсе прививка менән икенсеһенең арауығы бер айҙан алып алты айға тиклем. Өсөнсө прививка тәүгеһенә бер йыл үткәс эшләнә. Вакцина өс йыл һайын ҡабатлана. Шулай уҡ киҫкен осраҡтарҙа ла вакцина ҡуйыла: ул яҙ һәм йәй көнө ике этапта эшләнә. Балаларға вакцина өс йәштән алып рөхсәт ителә.
Талпан ҡаҙалып, вакцина булмаған осраҡта, талпан энцефалитына ҡаршы ашығыс иммуно-глобулин профилактикаһы үткәрелә. Уны лабораторияла талпандың энцефалит менән сирләү-сирләмәүен асыҡлап, тикшереү һөҙөмтәләрен алғандан һуң, дүрт көндән дә ҡалмай ҡаҙарға кәрәк.