Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
22 Март 2021, 15:55

Ҙур һыуға әҙерлек

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә барған оператив кәңәшмәлә яҙғы ташҡынға алдан яҡынса фараз бирҙеләр. Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы начальнигы Вилора Горохольская хәбәр итеүе буйынса, республикала 2021 йылда етди ташҡын көтөлмәй.

Ағиҙел йылғаһының ҡышҡы бассейны уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән 20-50 процентҡа юғарыраҡ. Дим йылғаһы һыу запасы ҡар ҡатламында норманан 15 процентҡа юғары. Буй йылғаһында норманан 30 процентҡа түбән.
“Ташҡын ваҡытында һыуҙың максималь кимәле норманан 10 процентҡа йәки 50 сантиметрға түбән булыуы көтөлә”, – тип билдәләне белгес. Йылғаларҙың 8 апрелдән 13-өнә тиклем асылыуы көтөлә, тулы прогноз 25 мартҡа әҙер буласаҡ.
Мәсетле районында 2021 йылдың яҙғы ташҡынына әҙерлек эше планлы режимда бара, хәүефһеҙ үткәреү маҡсатында саралар комплексы билдәләнгән.
Быйыл ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү маҡсатында район хакимиәте 2021 йылдың 9 мартында 83-сө һанлы ҡарар ҡабул итте, шулай уҡ ташҡынға ҡаршы комиссия составы, яҙғы ташҡынға әҙерлек һәм аварияһыҙ үткәреп әбәреү буйынса план раҫланды. Район хакимиәтенең 2017 йылдың 3 октябрендәге 757-се ҡарары буйынса, халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн дөйөм һыйҙырышлығы 1548 урын тәшкил иткән 10 пункт ойошторолған. Мәсетле районы хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр штабының баш белгесе Ринат Кәримов хәбәр итеүенсә, ташҡын ваҡытында һигеҙ ауыл (Оло Ҡыҙылбай, Абдулла, Оло Ыҡтамаҡ, Аҙанғол, Әбдрәхим, Тимерәк, Айып, Иҫке Мишәр, Һөләймән ауылдары), 580 йорт, 1510 кеше һыу баҫыу ҡурҡынысы аҫтында.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда авария-ҡотҡарыу эшен башҡарыу, кәрәк ваҡытта ташҡынға ҡаршы тәү сираттағы башҡарылаһы сараларҙы үтәү өсөн йәлеп ителәһе көс һәм сараларҙың әҙерлеген тикшереү 25 мартҡа тәғәйенләнгән.
Ауыл биләмәләре хакимиәттәре һәм Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы тарафынан кювет, күпер тороҡтары, һыу үткәреү ҡоролмалары һыу юлын ҡаплап ятҡан ҡар, боҙ һәм башҡа сүп-сарҙан таҙартыла, был эш һыуҙың юл аша ағып ятыуын булдырмау өсөн эшләнә.
Ауыл биләмәләре хакимиәттәре һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған һәр йортҡа инеп, халыҡҡа иҫкәрмәләр һәм листовкалар тарата, эвакуация өсөн йөҙөү сараларының торошо тикшерелә, яраҡлығы асыҡлана, һыу баҫыу янаған территорияларҙа ауыл хужалығы малдарын урынлаштырыу урыны билдәләнә.
Йылғалар боҙҙан асылып, һыу күтәрелә башлағас, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары көн һайын һыу баҫыу зоналарын тикшереп торасаҡ, ташҡын ваҡытында йылғаларҙа һыу күләмен үлсәү һәм контролдә тотоу өсөн ваҡытлыса постар эшләнә.
Район биләмәһендә Ыҡ йылғаһында урынлашҡан Мәсетле һыу-һаҡлағысында гидротехник ҡоролма (ГТС) бар. Уның хужаһы – Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, файҙаланыусы ойошма – Башҡортостан Республикаһының гидротехник ҡоролмаларҙы эксплуатациялау буйынса идаралыҡ. Гидротехник ҡоролмала хәбәр итеү схемаһын тикшереү буйынса 25 мартта күнекмәләр уҙғарыу планлаштырыла.
Район хакимиәте яҙғы ташҡын ваҡытында авариялар булдырмау һәм ташҡындан зыян килмәһен өсөн мөмкин булған бөтә сараларҙы күрә.