Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
17 Март 2021, 10:00

Юл – һәр саҡ хәүеф сығанағы

Йыш юлға сығыу беҙҙең заман өсөн ғәҙәти күренеш булып бара, сөнки бөгөн һәр ғаиләнең тиерлек шәхси автомобиле бар, кәрәк ваҡытта республика төбәктәренә генә түгел, унан ситкә лә сығып китергә мөмкин. Әммә һәр кем иҫендә тоторға тейеш: юл һәр саҡ хәүеф сығанағы булып ҡала. Ҡыш бурандары һәм боҙлауығы менән хәүеф тыуҙырһа, йәй юлды ремонтлаған ваҡытҡа, ҡойма ямғырға, томанға йәки башҡа хәлгә тарыуың бар.

Яңыраҡ үҙемә юлда көтөлмәгән хәл шаһиты булырға тура килде – миңә һәм таныштарыма Өфө ҡалаһынан үҙебеҙҙең районға ҡайтырға кәрәк ине.
Юлға сығаһы көн йылы булды, иртән яуа башлаған ҡар төшкә табан көсәйҙе, буран сыҡты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һауа шарттары боҙолоуы, етди сәбәптәр булмаһа, бигерәк тә йөк машиналарына алыҫ юлдарға сығырға кәңәш итмәүҙәре тураһында хәбәр килде. Әммә ҙур йөк машиналары водителдәрен был яңылыҡ туҡтатманы, улар үҙ юлдарын дауам итте. Бер юл-пост хеҙмәте хеҙмәткәре әйтеүе буйынса, епшек һәм кәүшәк ҡарҙан ҙур машиналар тауға менә алмай бер-бер артлы туҡтай башлаған һәм бер аҙҙан күпләп йыйылып киткән. Башҡа транспортҡа юлды ябып, улар бер рәт булып үҙ юлдарында туҡтаған.
Һөҙөмтәлә Өфө һәм Сим ҡалалары араһындағы юлдың уртаһында хәрәкәт итеү ҡыйынлашты һәм беҙгә ҡаршы килгән транспорт юлына сығырға тура килде. Бер аҙҙан, Симгә етәрәк, тығынға тура килдек – юл ике яҡҡа ла ябыҡ. Хәрәкәт күпләп алға ынтылған, көтөргә теләмәгән еңел автомобиль хужалары арҡаһында туҡтап ҡалған. Ҡаршыға килгән автомобилдәрҙе уҙғарып ебәреү өсөн үҙ юлыбыҙға сығып, ауыр йөк машиналарына һырығырға тура килә.
Шулай итеп, тағы ла бер рәт барлыҡҡа килде һәм ул һуҙылғандан-һуҙыла барҙы. Автомобилдәр бик яй хәрәкәт итә, нисә рәт барлыҡҡа килгәне лә аңлашылмай ине. Бер ваҡыт хәрәкәт бөтөнләй туҡтаны. Һуңынан тығындың Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән ҡалаһына тиклем йөҙ саҡрымға һуҙылыуы асыҡланды. Бөтә юл хеҙмәте, юл-пост һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре көсө килеп тыуған мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелде. Әммә был да һөҙөмтә бирмәне. Хәл ҡатмарлы ине.
Беҙ юлға ҙур әҙерлек менән сыҡтыҡ: яғыулыҡ етәрлек, ҡайнар сәй, ризыҡ, йылы кейемдәр бар. Ә юлсылар араһында бер нимәһеҙ, яндарында бәләкәй бала, сирле йәиһә оло кешеләр ҙә булғандар барҙыр бит. Уларға был осраҡта нимә эшләргә һуң? Күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Был көндө Өфөнән Оло Ыҡтамаҡҡа 13 сәғәт ҡайттыҡ. Күп ваҡыт юлға китте, ә шулай ҙа, тығын таралыуын көтөп ултырмаған, хәлде үҙ ҡулдарына алған йәштәр ярҙамында автомобилдәр рәте алға “шыуышты”. Улар схема уйлап сығарып, автомобилистарға нисек хәрәкәт итергә кәрәклеген әйтеп, күрһәтмәләр бирә башланы. Юл бер яҡҡа ғына асылып, тығындан сығып, яйлап алға барҙыҡ. Йөк машиналары һәм автомобилдәр хәрәкәте туҡтап ҡалған урындан Кропачево яғына боролғас ҡына сыҡтыҡ. Шуны билдәләп үтеү урынлы булыр: был тығын өс тәүлектән һуң ғына тарала.
Бындай хәлдең килеп сығыуына тәбиғәт күренеше, һауа шарттарынан тыш, юлда тәртип мәҙәниәтенең түбән булыуы сәбәпсе тип иҫәпләйем. Беҙ үҙебеҙҙе юлда тота белмәйбеҙ. Тыныс ҡына үҙ сиратыңды көтөп ултырыр урынға, автомобиль хужалары ҡаршы яҡ юлға сығып хәрәкәт итеүҙе кәрәкле тип таба. Ә ҡаршы килгән транспорт нисек хәрәкәт итеүе бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай. Эйе, беҙ бөтәбеҙ ҙә ашығабыҙ. Беҙҙе бөтмәҫ эштәр көтә, үҙ йүнебеҙҙе күреп кенә, юлдарҙа саҡрымдарға һәм тәүлектәргә һуҙылған тығындар барлыҡҡа килтерәбеҙ.
Мин бындай хәлгә беренсе тап-ҡыр юлыҡтым, ҡышҡы оҙон, бигерәк тә транспорт күп хәрәкәт иткән юлға ҙур әҙерлек менән сығырға кәрәк икәнен хәҙер яҡшы беләм. Һауа шарттары боҙолғанда, сәфәргә сығыуҙы кисектереп тороу иң яҡшыһы. Әгәр ҙә кисектергеһеҙ икән, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ебәргән мәғлүмәткә ҡарап эш итегеҙ:
- бараһы юл хәлен алдан белешегеҙ;
- урау юлдар мөмкинселеген барлағыҙ;
- бараһы транспорт сараһының төҙөклөгөн тикшерегеҙ;
- юл ҡағиҙәләре һәм хәрәкәт тиҙлеге режимын үтәгеҙ;
- яғыулыҡ запасы, аҙыҡ-түлек, йылы әйберҙәр алыу мотлаҡ;
- кеҫә телефонының заряд кимәлен тикшерегеҙ.
Әҙәпле булайыҡ, юлда бер-беребеҙгә ярҙам итеүҙән баш тартмайыҡ.