Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
3 Февраль 2021, 12:35

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ

11 ғинуарҙа Ләмәҙтамаҡ ауылында, мейес ҡыҙыу сәбәпле янғын сығып, мунса һәм өй янып киткән. Райондың йәшәйеште тәьмин итеү хеҙмәттәренең ваҡытында эш итеүҙәре һөҙөмтә-һендә янғын ваҡытында туҡтатылған.

Һауа температураһының ҡырҡа үҙгәреүе менән бәйле 86-сы янғын-һүндереү ҡотҡарыу часы сатлама һалҡын көндәрҙә айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра. Өй һәм гараждарҙы мейес менән йылытҡан осраҡта мейестең торошона иғтибарлы булырға, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә кәрәк. Башлыса янғын мейес үтә ныҡ ҡыҙыу, кирбестәр араһында ярыҡ барлыҡҡа килеү, яғып ебәреү өсөн еңел тоҡаныусан шыйыҡсалар һәм яғыулыҡ ҡулланыу, мейестән күмер төшөү сәбәпле килеп сыға. Мейес менән ҡулланғанда, түбәндәге талаптарҙы үтәү мотлаҡ:
- мейес һәм башҡа йылытыу приборҙары менән янып китеүсән конструкциялар араһында ара ҡалырға, мейес алдындағы ағас йәки янып китеүсән баш-ҡа материалдарҙан эшләнгән иҙәндә 0,5х0,7 м ҙурлығындағы тимер табаҡ булырға тейеш;
- яғылған мейесте ҡарауһыҙ йәки бәләкәй балаларға ышанып ҡалдырмаҫҡа. Сатлама һалҡындарҙа йыш ҡына мейесте оҙаҡ яғалар, һөҙөмтәлә уның айырым өлөштәре үтә ныҡ ҡыҙа. Әгәр был өлөштәр ағас стена йәки мебелгә тейеп тора икән, янғын хәүефе күпкә арта. Шуға күрә, көнөнә бер тапҡыр оҙаҡ итеп яғыуға ҡарағанда, көнөнә 2-3 тапҡыр сәғәт-сәғәт ярым яғыу яҡшыраҡ;
- мейес өҫтөндә һәм эргәһендә янып китеүсән материал һаҡларға, кейем киптерергә ярамай.
Көнкүреш электр йылытыу приборҙары менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу ҙа янғын сәбәбе булып тора.
Көндәр һалҡынайыу менән өйҙәрҙә, объекттарҙа, ҡоролмаларҙа, учреждениеларҙа, гараждарҙа өҫтәмә йылылыҡ сығанаҡтары – каминдар, рефлектор-ҙар, калориферҙар, ҡулдан яһалған электр йылытҡыстар барлыҡҡа килә. Өҫтәмә электр энергияһы сығанағы электр сымына көсөргәнеште арттыра, ә был электр сымы иҫке икән һәм ҡулдан яһалған электр йылытҡысы ҙур ҡеүәтле булһа, янғын сығыу хәүефе бермә-бер арта.
Өйҙә янғын сыҡмаһын өсөн заводта эшләнгән йылылыҡты көйләү системаһы булған электр йылытҡысын ғына ҡулланығыҙ, уны ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, ҡорғандар һәм мебель менән йылытыу приборҙары араһында хәүеф-һеҙ арауыҡ ҡалдырығыҙ. Балаларға электр йылытыу приборҙары менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Электр селтәренә көсөргәнеште арттырмағыҙ. Розетка һәм выключателдәрегеҙҙе төҙөк тотоғоҙ, ваҡытында ремонтлағыҙ йәки алмаштырығыҙ. Удлинителдәргә айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Электр йылытыу приборҙарын төнгөлөккә ҡабыҙып ҡалдырмағыҙ, улар өҫтөндә кейем киптермәгеҙ.
Янғын сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән 01, кеҫә телефонынан 101 йәки 112 һандарына шылтыратығыҙ.
Салауат ЯМАЛЕТДИНОВ,
86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигы урынбаҫары.