Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
2 Февраль 2021, 13:00

Эскән кешегә нисек ярҙам итергә?

3 февралдә республикала “Айыҡ ауыл-2020” конкурсы сиктәрендә күсмә ғаилә консультациялары көнө ойоштороласаҡ.

Алкоголь менән мауыҡҡан йәки наркотик бәйлелегенә дусар яҡын кешеңде бәләнән нисек араларға? Ғаиләләге йәберләүҙәр. Опеканы нисек рәсмиләштерергә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға табип-наркологтар, психологтар, опека һәм мәғариф бүлектәре, “Ғаилә” үҙәктәре вәкилдәре яуап бирәсәк.
Акцияны ойоштороусылар - БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР Фән һәм мәғариф министрлығы.
Ҡала-райондарҙа Ғаилә консультациялары көнө уҙғарыу ваҡытын һәм урынын Башҡортостандың Ғаилә порталында белеп була: https://www.семьярб.рф/family-poster/edinyy-den-semey/
Автор: Римма Султанова