Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
29 Ғинуар 2021, 17:00

Социаль селтәрҙәрҙә мутлашыусылар күп

Беҙ социаль селтәрҙәр аша күптәнге дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ менән аралашабыҙ, фотоһүрәттәребеҙ, яңылыҡтарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ. Ә шул уҡ ваҡытта “Класташтар”, “Бәйләнештә” сайттарында мутлашыу-сылар ҙа ултырыуы хаҡында башыбыҙға ла килмәй.

Ошо көндәрҙә “Класташтар” сайтында миңә әхирәтемдән аҡсалата ярҙам итеүҙе һорап хәбәр килде. Ул һуңыраҡ аҡсаны мотлаҡ ҡайтарасағын белдергән. Текст менән бергә банк картаһының фотоһы ла ебәрелгән. Аҡсаны шунда күсерергә кәрәк икән.
Был хәбәрҙе уҡығандан һуң, ниндәйҙер шикләнеү тойғоһо барлыҡҡа килде. Картала уның хужаһының исеме юҡ ине. Әммә, бәлки, ысынлап та ярҙам кәрәктер тигән уй ташламаны мине. Хәлде асыҡлау өсөн әхирәтемә шылтыратырға булдым. Хафаланыуым бушҡа булмаған – уның исеменән мутлашыусылар яҙған.
Бына ошондай хәлдәрҙә мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн нимә эшләргә? Артабан ошо хаҡта һөйләрбеҙ.
Мутлашыусылар социаль селтәрҙәрҙә ғәҙәттә бер төрлө эш итә: һеҙҙең сәхифәне асалар, һуңынан, кемдең дә булһа яуап биреренә һәм алданыуына өмөт итеп, ошо биттән һеҙҙең дуҫтарға бер үк йөкмәткеле хаттар ебәрәләр. Мутлашыусыларҙы ниндәй билдәләр буйынса асыҡларға була?
Һеҙҙең операторығыҙ менән ҡыҙыҡһыналар. Бында мутлашыусы, телефоны ватылғанға һалышып, үҙенең һеҙҙең дуҫығыҙ булыуында ышандырырға тырыша. Йәнәһе лә номерын кире тергеҙер өсөн уға операторҙан раҫлаусы код алырға кәрәк, шуға ла һеҙҙең ярҙам итеүегеҙҙе һорай. Ризалашһағыҙ, аҡсағыҙҙы юғалтасаҡһығыҙ: раҫлау өсөн кодты ысынлап та оператор ебәрәсәк, әммә һеҙ дуҫығыҙҙың телефон номерын түгел, ә үҙегеҙҙең аҡса күсереүегеҙҙе раҫлаясаҡһығыҙ.
Видеояҙмала һеҙ түгелме, тип ҡыҙыҡһыналар. Әгәр дуҫығыҙ: “Оһо, видеола һин түгелме?” – тип яҙып, видеояҙманы ҡарау өсөн һылтанма ебәрә икән, шикләнергә урын бар. Был – мутлашыусыларҙың эше: күрһәтелгән һылтанмалар ялған сайттарға илтә. Улар үҙҙәрен Фейсбук йәки “Класташтар” сайты тип күрһәтеп, һеҙ почта һәм паролегеҙҙе индергәс, һеҙҙең ысын сәхифәләрегеҙгә инеү мөмкинлеге алалар. Артабан мутлашыусылар социаль селтәргә инәләр һәм һеҙҙең исемдән дуҫтарығыҙға хаттар ебәрә башлайҙар.
Алданмаҫ өсөн һылтанмаға иғтибарлы булығыҙ: facebook.com урынына унда faceebook.com йәки facebookcom.ru, йә булмаһа шуға оҡшаш башҡа яҙыуҙар булыуы ихтимал.
Аҡса һорайҙар. Был иң киң таралған ысул: дуҫығыҙ ауыр хәлдә ҡалыуы тураһында хәбәр итә һәм аҡса ебәреүегеҙҙе һорай. Бында хәбәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереүе иң ҡыйыны: һәр кем менән ундай хәл булыуы ихтимал. Әммә, шулай ҙа, мутлашыусыларҙы асыҡларға була. Мәҫәлән, хәбәрҙә “приветик” урынына латин хәрефтәре менән «nриветиk» тип яҙылһа, һеҙ мутлашыусылар менән аралашаһығыҙ. Дуҫығыҙға клавиатурала телде үҙгәртеп ултырыу кәрәкмәй, ә мутлашыусылар быны бер төрлө эстәлекле хатты күпләп ебәреү өсөн эшләйҙәр, был осраҡта социаль селтәрҙә мутлашыусыларҙың ғәмәлдәрен блокировкалап булмай.
Дуҫҡа шылтыратыу. “Клас-таштар”ҙа дуҫығыҙ аҡса һорай икән, ысынлап та ул һораймы икәнлеген асыҡлау өсөн иң ябай ысул – уға шылтыратыу. Әммә үҙегеҙ белгән номерға ғына шылтыратығыҙ. Социаль селтәрҙә күр-һәтелгән номерҙың мутлашыусыныҡы булыуы ихтимал, тауыштың үҙгәреүен ул һалҡын алдырыу менән аңлатасаҡ.
Кәрәкле һорауҙар биреү. Шылтыратыу мөмкинлеге булмауы ла ихтимал: кемдеңдер телефон номеры, күптәнән һөйләшмәгәнлектән, юғалған, ә дуҫығыҙҙың “сит илдән яҙып”, әсәһенә йәки апаһына аҡса күсереүегеҙҙе һорауы бар. Бында һорауҙы дөрөҫ биреү хәлде асыҡларға ярҙам итер. Дуҫығыҙ менән, мутлашыусы яуап бирә алмаҫлыҡ итеп, уртаҡ хәбәрҙәрегеҙҙе һорашығыҙ.
Ун йыллап күрешмәгән клас-ташығыҙ яҙа икән, унан: “Беҙ һинең менән уҙған аҙнала магазинда осрашҡайныҡ бит әле, ҡайһы магазин булды һуң әле?” – тип яҙығыҙ. Ысынлап та класташығыҙ яҙған булһа, ул бындай хәлдең булмауын әйтәсәк, ә мутлашыусы магазиндың исемен атарға тырышасаҡ.
Көтөргә. Социаль селтәрҙәрҙә мутлашыусылар тиҙ асыҡлана: ҡулланыусының әүҙемлеге кинәт артып китә, был модераторҙарҙа шик тыуҙыра.
Шикләнәһегеҙ икән, бер тәүлек көтөгөҙ: мутлашыусыны һиҙеп ҡалып, аккаунтты ябасаҡтар, ә дуҫығыҙ ғәфү үтенеп яҙасаҡ.
Башҡа таныштарығыҙҙан һорарға. Һиҙеп ҡалғансы күберәк аҡса алырға теләгән мутлашыусылар тиҙ генә бер төрлө эстәлектәге хәбәрҙәр ебәрә. Әгәр шикләнһәгеҙ, дуҫығыҙҙың сәхифәләрендә булған башҡа дуҫтары менән аралашып, уларҙың шундай уҡ йөкмәткеле хат алыуҙары менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Уларҙың берәйһе дуҫығыҙға шылтыратып белешкәндер ҙә, бәлки. Шылтыратмаған хәлдә лә, бер үк йөкмәткеле хат алыуығыҙҙы асыҡлаһағыҙ, бында мутлашыусылар ултырыуында шикләнерлеге ҡалмай ҙа инде.
Һәр кемдең мутлашыусынан зыян күреүе ихимал, шуға күрә иғтибарлы булығыҙ. Үҙегеҙҙе алдарға бирмәгеҙ!