Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
26 Ғинуар 2021, 13:30

Күрше районда ҡотороу сире асыҡланған

Ҡотороу сире әле һаман да кешелек донъяһы өсөн оло хәүеф тыуҙыра. Тәбиғәттә вирустың әйләнеше киң булыуға бәйле, уның менән көрәшеү ҡатмарлаша.

Кешенең ҡотороу сирен йоҡтороу билдәләре: тешләнгән урын ҡысыта, һыҙлай, киҫкен йәиһә ҡаты ауыртыу барлыҡҡа килә. Вирус үҙәк нервы системаһын етди зарарлай. Бер-нисә көндән ауырыу билдәләре беленә башлай – тәнгә ҡағылғандан, тауыштан, яҡты уттан сирле тартыша башлай, һыуҙан ҡурҡа.
Сирҙең тәүге билдәләре тешләнгән көндән алып 12 – 90 көн дауамында беленергә мөмкин, һирәк осраҡта 1 йыл уҙғас та килеп сығыуы ихтимал.
Ҡотороу сире бөтә төр ҡырағай һәм йорт хайуандары өсөн дә ҡурҡыныс.
Ҡоторған хайуан тешләгән осраҡта, уның һеләгәйендәге вирус яраға эләгә. Кеше өсөн уның тешләүе генә түгел, һеләгәйенең тирегә эләгеүе лә ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Сөнки кеше тәнендә күҙгә күренмәгән, һиҙелмәгән ваҡ яраларҙың булыуы ихтимал. Улар аша ҡотороу сире вирусы төпкә үтеп инә.
Бүре, төлкө, бурһыҡ, урман эте кеүек ҡырағай хайуандарҙың тешләүе – икеләтә хәүефле. Бесәй һәм ҡырағай хайуандар сирләгәндә уларҙа ҡуҙғыу билдәләре күҙәтелә. Һыйыр, кәзә, һарыҡ, ат кеүек йорт малдарында йышыраҡ фалиж формаһы осрай. Эттәрҙә ҡотороу сире ҙур ҡуҙғыу һәм ярһыу, йәиһә фалиж формаһында була. Ҡағиҙә булараҡ, сирле эттең холҡо үҙгәрә: уҫал эт йыуаш, йәиһә ҡурҡаҡҡа әйләнә, ә тыныстары агрессив, ҡуҙғыусан булып китә.
Башҡортостан Республикаһы территорияһында ҡотороу сире инфекцияһының таралыу сығанағы йыл һайын теркәлә.
Ҡотороу сире башлыса ҡырағай мөхиттә тарала. Уҙған йылдың декабрь айында ул Дыуан районында теркәлгән.
Мәсетле районы ветеринария станцияһының табип-эпизоотологы Наил Мөхәмәтйәнов әйтеүе буйынса, Дыуан районы ветеринария станцияһына Яраҫтау ауылы кешеһе этенең ҡотороу сирен йоҡтороуына шикләнеп мөрәжәғәт иткән. Эт иҫәпкә ҡуйылмаған һәм уға прививка эшләнмәгән булған. Уйнаған саҡта эт бер ғаилә ағзаһын тешләп алған. Ваҡытында медицина хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүе, уның ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала.
“Ҡотороу” диагнозы Башҡортостан Республикаһы ғилми лабораторияһында раҫлана. Ҡурҡыныс янаған биләмәлә карантин иғлан ителгән, сиргә тиҙ бирешеүсән хайуандарға ҡайтанан прививка яһалған.
Тәбиғәттә ял иткәндә иғтибарлы булығыҙ, ҡырағай хайуандарҙың көтмәгәндә килеп сығыуы ихтимал. Уларға яҡын барырға ярамай, һыйпау ҙа кәңәш ителмәй.
Хайуандар араһында ҡотороу сире таралыу сәбәпле һәм килеп тыуған ҡатмарлы эпизоотик хәл менән бәйле, район ветеринария хеҙмәте ветстанцияла һәм райондың ветеринария участкаларында эт, бесәй, һыйыр, кәзә, һарыҡ, аттарға ҡотороу сиренән прививка эшләүҙе дауам итә.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн, район ветеринария станцияһы белгестәре кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ:
- йорт этен бәйҙә тоторға. Уларҙы хужа ҡарамағында ғына йөрөтөп килтерергә;
- йорт хайуандары һәм һунар эттәре вирус йоҡтормаһын өсөн, уларға йыл һайын ҡотороу сиренән прививка эшләтеү кәрәк. Вакцинация тураһындағы мәғлүмәтте 2-12-52 йәиһә 2-00-93 телефон һандары аша белергә була;
- йортта яңы хайуан барлыҡҡа килһә, уны ветеринария белгесенә алып барырға, иҫәпкә ҡуйырға һәм вакцина ҡуйҙырырға кәрәк;
- шәхси ихатаны ҡырағай йәнлектәр, хужаһыҙ хайуандар үтеп инмәҫлек итеп эшләү яҡшы;
- әгәр ҙә йорт хайуаны үҙен ғәҙәттәгесә тотмай икән, кисекмәҫтән йәшәгән урын буйынса ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ;
- ҡотороу сирен йоҡторған хайуан кешене тешләһә, тиҙ арала медицина хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был осраҡта ваҡыттың һәр минуты ҡә-ҙерле.