Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
17 Декабрь 2020, 16:30

Район биләмәһендә бүреләр үрсегәнме?

Күптән түгел интернет киңлегендәге бер мессенджерҙа халыҡ бер-берҙәренә “бер ауыл кешеләренең малын бүре талаған” тигән хәбәр ебәрә башланы.

“Айып ауылында ете бүре өйөрө ике һыйырҙы талаған. Йылға аша сығып киттеләр. Һаҡ булығыҙ!” – тиелә ызғарланған мал төшөрөлгән ике фото һалынған хәбәрҙә.
Ошо хәбәрҙән һуң район биләмәһендә йәшәгән халыҡ үҙ хәүефһеҙлеге өсөн борсола башланы. Ата-әсәләр социаль селтәрҙәрҙә иртәнге ҡараңғыла балаларын мәктәпкә ебәрергә ҡурҡып, хафаға төшөүҙәрен белдерҙе.
Ошо хәлгә бәйле аңлатма биреүҙе һорап хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса Мәсәғүт хеҙмәтенең төп эксперт-белгесе Ришат Кәримовҡа мөрәжәғәт иттек:
– Етенсе декабрҙә Айып ауылында тәүлектең төнгө ваҡытында фермер Л. Р. Шәйхетдиновтың бер йәшлек тана малы таланған. Ваҡиға урынын тикшереп, шуны билдәләнем: фермерҙың шәхси милке булған ферма торама пункттан бер километр һәм урмандан 200 метр алыҫлыҡта тора.
Бер йәшлек тана ҡура артында таланған. Малдар ҡарауылланмай, төнгө ваҡытта ҡарауыл юҡ, ҡураның ҡапҡалары юҡ. Малдар көндөҙ ҙә, төндә лә иректә йөрөй. Тананы йә бүреләр, йә эттәр талаған. Эҙҙәр буйынса аныҡлауы ҡыйын, сөнки территория тапалып бөткән.
Әгәр ҙә был ысынлап та бүреләр икән, моғайын да үтеп барыусы өйөр булған, улар хәҙер район биләмәһендә юҡ.
Беҙҙең район урмандарында йәшәгән бүреләр тоҡомо тураһында әйткәндә, уның үрсеүе тураһында мәғлүмәт юҡ. Хәҙер беҙҙең урмандарҙа йәшәгән бүреләр ас йөрөмәй – уларҙың аҙыҡ базаһы яҡшы, ауылдарға улар килмәй. Хәҙер ҡуян, төлкө һәм бүреләргә һунар миҙгеле бара. Һунар сентябрь айында башланып, февралгә тиклем дауам итә. Мәсетле районында ошо төр йәнлектәргә һунар итергә 91 рөхсәт ҡағыҙы бирелгән.
Йорт хайуандарын иреккә сығармағыҙ.