Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
11 Декабрь 2020, 00:00

Йылытҡыс ҡулланһағыҙ...

Ҡыш көнө ныҡ һыуытһа, ҡайһы бер кешеләр йорттарын электр йылытҡыстары ярҙамында йылыта. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы халыҡты ошо йәһәттән иғтибарлы булырға саҡыра.

- Авариялы һүнеү ҡоролмаһы булған йылытҡысты ғына ҡарап һатып алығыҙ;
- йылытҡысты иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ;
- йорт йыһаздарына яҡын ҡуймағыҙ;
- кер киптереү өсөн ҡулланмағыҙ;
- һәр ваҡыт саңдан таҙартып тороғоҙ, сөнки саңдан янғын тоҡанып китеүе бар;
- электр үткәргестәрҙе балаҫ аҫтына һалмағыҙ, ышҡылып ҡыҙыу мөмкинлеге бар;
- йылытҡысты еңел ҡыҙып китеүсән материалдарҙан эшләнгән әйберҙәргә ҡуймағыҙ;
- электр саталарының һәм розеткаларының йылыныуына иғтибар итегеҙ – был электр приборының боҙолоуы йәки электр селтәренең көсөргәнешле эшләүенең беренсе билдәһе;
- балаларҙы эшләп торған йылытҡыс булған бүлмәлә ҡалдырмағыҙ.
Фото: radar24.info
Автор: Римма Султанова