Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
1 Декабрь 2020, 14:05

Беҙ йәшәүҙе һайлайбыҙ!

Был көн йыл һайын бар донъяла билдәләнә. Уның маҡсаты – проблемаға халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү һәм сирҙең артабан таралыуына юл ҡуймау өсөн ауырыу тураһында халыҡҡа күберәк мәғлүмәт еткереү.

ВИЧ-инфекция – кеше организмының һаҡлау системаһына зыян килтергән кеше иммунодефициты вирусы.ВИЧ-инфекциялы кеше ярайһы уҡ оҙаҡ йәшәй ала, сирҙең барышы кешенең йәшәү рәүешенә, вирус йоҡторған кешенең ул мәлдәге сәләмәтлек торошона, иҫерткес эсемлектәр һәм наркотиктар ҡулланыу-ҡулланмауына, ваҡытында дауалана башлауына бәйле.Вирусты йоҡтормау өсөн түбәндә һаналған һаҡлыҡ саралары күрергә кәрәк:- тәртипһеҙ енси бәйләнештәргә инмәҫкә. Иң яҡшы партнер – яратҡан, даими һәм берҙән-бер (ышаныслы);- һәр саҡ презерватив ҡулланыу;- наркотиктар ҡулланмаҫҡа;- медицина процедураһы алдынан стерилләнгән инструмент булыуын талап итергә;- енси бәйләнешкә алкоголь, наркотик матдә тәьҫирендә инмәҫкә (улар үҙ-үҙеңде контролләү ҡеүәһен түбәнәйтә).Вирус йоғоуҙы ваҡытында асыҡлау һәм дауаланыу сирле кешегә ғәҙәти тормош алып барырға, ғаилә ҡорорға мөмкинлек бирә. Кешенең үҙенә ҡарата яуаплы булыуы, ябай ҡағиҙәләрҙе үтәүе, ваҡытында тест үтеп тороуы ВИЧ-инфекциянан һаҡлай һәм артабан уның таралыуына юл ҡуймай. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, районда сирлеләр һаны арта. Бөгөн районда ВИЧ-инфекциялылар һаны 76 кеше тәшкил итә. 2020 йылда ВИЧ-инфекциялы әсәнән бер бала тыуған, бер йөклө ҡатын күҙәтеү аҫтында, ете кеше вафат булған.Фирүзә Закирова, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы табибы.