Мәсетле тормошо
+12 °С
Облачно
Бәлә булмаһын өсөн
1 Декабря 2020, 12:05

Һаҡ булығыҙ – мутлашыусылар!

Мутлашыусылар йылдан-йыл кешеләрҙе алдау алымдарының яңыһын уйлап таба. Һәр беребеҙҙең уйламаған ерҙән уларҙың тоҙағына эләгеүебеҙ ихтимал. Бөгөн, телефон аша шылтыратып, халыҡты алдау юлы менән уларҙың аҡсаһын талаған схемалар күп. Ә яңыраҡ кибермутлашыусылар аҡса урлауҙың тағы ла бер юлын уйлап тапҡан.

Схема шундай: банктан шылтыраталар һәм һеҙгә кредит раҫланыуы, хәҙер кредит бүлеге менән тоташтырасаҡтары тураһында хәбәр итәләр.Һеҙ кредит алыуға ғариза ҡалдырмауығыҙ хаҡында әйтәһегеҙ, ә улар яуап итеп:– Улай булғас, ғариза яҙығыҙ! – ти.Һеҙ яҙмаясағығыҙ хаҡында белдерһәгеҙ, улар һеҙгә:– Улай булғас, һеҙҙең телефонға смс-хәбәр килер, кодығыҙҙы әйтһәгеҙ, беҙ ул кредитты ғәмәлдән сығарабыҙ, – тиҙәр.
Иғтибар! Һеҙ кодты әйтеп, мутлашыусылар өсөн уны электрон ҡултамға итеп ҡулланырға мөмкинселек бирәһегеҙ. Яңыраҡ, ошо көндәрҙә, күрше райондан бер граждан мутла- шыусыларҙың яңы “тоҙағына” эләккән, уның исеменә һәр береһе 500 мең һумлыҡ ике кредит алынған. Шылтыратыу “Хоум Кредит” банкынан бул-ған.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Бер банк та шылтыратып код, карта һандары һәм башҡа мәғлүмәт һорамай. Ә смс-хәбәр менән килгән һандар, һеҙҙең исемгә алдан алынған кредитты рәсмиләштереү – электрон ҡултамғаны ҡуйыу өсөн кәрәк.Хөрмәтле граждандар, банк вәкиле булып шылтыратҡан кешеләр менән телефондан һөйләшкәндә һаҡ булығыҙ, шик тыуған хәлдә, тиҙ арала полицияға йәиһә прокуратураға хәбәр итегеҙ.Александр Дымов, эске эштәр бүлегенең оператив эш буйынса полиция начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы.