Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
12 Ноябрь 2020, 14:35

Эйәһеҙ хайуандарҙы аулау эшен шәхси эшҡыуар Р. Р. Дәүләтбаев башҡара

Балаларҙы һәм ололарҙы хәүефкә һалған берәҙәк эттәр мәсьәләһе, уларға бәйле килеп тыуған күңелһеҙ хәлдәр тураһында барыбыҙ ҙа ишетеп торабыҙ.

Берәҙәк эттәрҙе аулау тәү ҡарамаҡҡа еңел генә һымаҡ, әммә ысынбарлыҡта бик мәшәҡәтле – яҡшы ойоштороу, финанс яғынан тотороҡло булыу һәм таҫыллыҡ талап ителә.
Закон буйынса бөгөнгө көндә эйәһеҙ хайуандарҙы аулау эше менән махсуслаштырылған ойошма ғына шөғөлләнә ала. Мәсетле районы хакимиәте дәүләттең хеҙмәттәр-ҙе һатып алыуы порталында район биләмәһендә йөрөгән эйәһеҙ малдарҙы аулау һәм ҡарау хеҙмәтен башҡарыусы подрядсы ойошма эҙләүе хаҡында электрон аукцион иғлан итте. Артабан шәхси эшҡыуар Р. Р. Дәүләтбаев ризалығын биреп, был хеҙмәт төрөн күрһәтеүгә контракт төҙөлдө.
Эйәһеҙ малдар өсөн приют Оло Ыҡтамаҡ ауылы эргәһендә урынлашҡан. Берәҙәк ата һәм инә эттәр айырым урынлаштырыла, эттәргә сығып йөрөү өсөн вольер ҡаралған. Приютта дүрт кеше эшләй: бер ветеринар, хайуандарҙы ҡараусы өс хеҙмәткәр. Аулан-ғандан һуң хайуандар ҡарау пунктына ебәрелә, дауалана, ҡотороу сиренән вакцина ҡуйыла һәм стерилләнә.
Эйәһеҙ эттәрҙе тотоу халыҡтың һәм юридик ойошмаларҙың ғаризаһы буйынса башҡарыла.
Приютҡа электрон теркәү һаны, келәймә, муйынса бул-ған мал килеп инһә, эшҡыуар Р. Р. Дәүләтбаев уларҙың эйәләренә малдарының ҡайҙа булыуы хаҡында хәбәр итә, йә урындағы үҙидара сайтына мәғлүмәт ҡуя.
Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексының 232-се статьяһына ярашлы, малдың хужаһы аулауға, ветеринар хеҙмәтенә һәм приютта ҡарау-ға киткән бөтә сығымдарҙы ҡапларға бурыслы.
Ауланған эттең хужаһы алты ай эсендә мөрәжәғәт итмәһә, йә адрес буйынса йәшәмәгәнлеге асыҡланһа, Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексының 231-се статьяһына ярашлы, приют хужаһы милек хоҡуғын ала.
Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан биләмәләрендә 150 мең самаһы берәҙәк эт иҫәпләнә, шуның 30 меңе – Өфө ҡалаһында.
Әйткәндәй
берәҙәк эт һәм бесәйҙәр һаны артмаһын өсөн, уларҙың хужалары аңлы булырға һәм үҙ өҫтәренә яуаплылыҡ алырға тейеш. Уларҙың бит ҡасандыр хужалары булған, ваҡыт үтеү менән мал кәрәкмәй булып сыға һәм урамда ҡала. Берәҙәк эт-бесәйҙәрҙең һанын кәметеү маҡсатында Дәүләт Думаһы бушлай, әммә мотлаҡ эттәрҙе теркәү тураһында закон проекты индереү мәсьәләһен ҡарай.
Республика биләмәләрендә йорт хайуандарын идентификациялау, йәғни уларға мотлаҡ рәүештә электрон чип беркетеү эше әүҙем бара. Әлегә был ауыл хужалығы малдары өсөн мотлаҡ, ә эт-бесәйҙәргә – теләк буйынса. Әммә киләһе йылдың башынан махсус чип, бирка, балдаҡ, муйынса йә келәймә менән милктәге бар мал-тыуар, шул иҫәптән бесәйҙәр һәм эттәр мотлаҡ иҫәпкә алына. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы 2020 йылдың аҙағына тиклем был турала закон ҡабул итергә йыйына.