Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
11 Ноябрь 2020, 12:30

Балаларҙың янғындарҙа үлем һәм йәрәхәт алыу осраҡтарын профилактикалау

2020 йылдың октябрендә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә балаларҙың үлеменә һәм тән йәрәхәттәре алыуына килтергән өс янғын осрағы теркәлгән.

Торлаҡ йорттарҙа янғын сығыуҙың бер сәбәбе – ата-әсәнең янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауы, был үҙ сиратында балаларҙың үлеменә йә төрлө тән йәрәхәттәре алыуына алып килә.
Йыш ҡына өлкәндәрҙең балаларҙы контролдә тотмауы уларҙың янғында һәләк булыуына сәбәп була. Өлкәндәр уларҙы өйҙә бер үҙҙәрен ҡалдырып, ишекте асҡыс менән бикләп сығып китә. Был осраҡта бала үҙ аллы өйҙән сыға алмай.
Бәхетһеҙ осраҡтар булмаһын өсөн баланы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Әгәр ҙә бындай мөмкинселек юҡ икән, ата-әсә уның хәүефһеҙлеген алдан ҡайғыртырға тейеш. Беренсенән, балаға тейергә ярамаған хәүеф тыуҙырған
әйберҙәр – шырпы, зажигалка һәм башҡа ут сығыу сығанаҡтары балаларҙың күҙ уңынан алынырға, ҡул етмәҫлек урында һаҡланырға тейеш. Икенсенән, баланы һәр саҡ контролдә тоторға: ваҡыты-ваҡыты менән шылтыратырға, нимә менән шөғөлләнгәне хаҡында ҡыҙыҡһынырға кәрәк. Уның яңғыҙ ҡалған ваҡыттарына шөғөл уйлап табып ҡалдырырға. Ата-әсә балаға көнкүреш приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен билдәләргә тейеш: өлкәндәр өйҙә юҡ саҡта нимәне ҡасан ҡабыҙырға ярай, ә ҡайһы әйберҙәргә яҡын килергә рөхсәт юҡ. Өсөнсөнән, балаға янғын сығыуы, уның эҙемтәләре хаҡында аңлатыу мөһим.
Шулай уҡ балаға янғын сыҡҡан осраҡта нимә эшләргә икәнлеге хаҡында аңлатыу эше алып барырға. Уттан карауат һәм шкаф эсенә ҡасмаҫҡа, ә тиҙерәк урамға сығып, хәүефһеҙ урынға китеү яғын ҡарарға һәм атай-әсәйгә, күршеләргә, янғын һүндереү хеҙмәтенә ут сығыуы хаҡында мотлаҡ хәбәр итергә кәрәклеген аңлатырға.
Төрлө хәүефле осраҡтар килеп сыҡҡан ваҡытта, стационар телефондан “01”, кеҫә телефонынан “01” йә “101” һандарын йыйып, ҡотҡарыу хеҙмәтенә кисекмәҫтән хәбәр итергә өйрәтергә.
Ата-әсәләргә тағы ла бер мөһим кәңәш: балаларға янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында һөйләргә кәрәк. Был ҡағиҙәләрҙе үтәүгә бәйле хәл-ваҡиғалар ваҡытында өлгө булығыҙ!
Балаларға уттан ҡурҡыу хисен булдырырға ярҙам итегеҙ. Улар уның ҡурҡыныс икәнен һеҙҙең һөйләгәндәрҙән, киҫәтеүҙәрҙән һәм һүрәттәрҙән аңлаһын.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙ балаларығыҙҙың хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы!
Азат БӘҘРЕТДИНОВ,
Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының
Башҡортостан Республикаһы
буйынса Дыуан район-ара
профилактика һәм күҙәтеү
эшмәкәрлеге бүлегенең өлкән
инспекторы, эске хеҙмәт лейтенанты.