Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
11 Ноябрь 2020, 14:00

Ҡараңғыла юлдар үтә хәүефле

Район водителдәре йәйәүлеләрҙең яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар (фликерҙар) йөрөтөүҙәрен үтенә.

Йәйәүлеләрҙе төрттөрөү осраҡтарының күпселек өлөшө тәүлектең ҡараңғы ваҡытына тура килеүе тураһында иҫкәртеп торһалар ҙа, райондаштарыбыҙҙың күпселеге яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар ҡуймай йөрөүҙәрен дауам итә.
2015 йылдың 1 июленән Рәсәйҙә йәйәүлеләр түбәндәге осраҡтарҙа фликерҙар йөрөтөргә бурыслы: торама пункттан ситтә, юл аша сыҡҡанда, юл ситенән атлағанда, ҡараңғы ваҡытта йәки күреү мөмкинлеге насар бул- ғанда. Рәсәй ЮХХДИ-һының фәнни-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың сит илдәрҙәге коллегалары уҙғарған тикшереүҙәр йәйәүлеләр фликерҙар йөрөткәндә уларҙың транспорт аҫтында ҡалыу хәүефен 6,5 тап- ҡырға кәметеүен күрһәткән. Водитель яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементы булған йәйәүлене алыҫтаныраҡ күрә: 30 метр урынына – 150 метр алыҫлыҡтан. Алыҫҡа яҡтыртҡан фарҙар 400 метрҙан уҡ күреү мөмкинлеге бирә.
Фликерҙы нисек йөрөтөргә?
Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар-ҙы беләҙеккә, беләккә, сумкаға, велосипедҡа, ҡыҫҡаһы, үҙегеҙгә уңайлы урынға беркетеп йөрөтөргә мөмкин. Иң ҡулайлы вариант дүрт фликерҙан тора: алғы яҡта (күкрәктә йәки ҡайышта), артта (арҡала йәки рюкзакта), ең- дәрҙә.
Фликерҙарҙың барыһы ла еңел кейелә һәм ышаныслы беркетелә. Уның оҙағыраҡ хеҙмәт итеүен тәләһәгеҙ, көслө механик зыян килеүҙән һаҡлағыҙ: бөкләмәгеҙ, сағылдырыусы өлөшөн ышҡымағыҙ. Таҙа сағында ғына фликер һөҙөмтәле. Уны кер йыуыу машинаһына һалмағыҙ, өҫтөн еүеш туҡыма менән һөртөп алыу ҙа етә. Әгәр өҫтө төҫһөҙләнһә йәки боҙолһа, уны алмаштырырға кәрәк.
Ҡайҙа алырға мөмкин?
Яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтарҙы район үҙәгенең сауҙа нөктәләрендә һәм дарыу-ханаларында, мәҫәлән, “Вега” сауҙа үҙәгендә, “Фармленд” дарыуханаһында, “Миләш” магазинында, почтала алырға мөмкин. Уларҙың төрлө төҫтәгеһе һәм формалағыһы бар.
2020 йылда Башҡортостан Республикаһында автомобилдә йәйәүлеләрҙе төрттөрөү осраҡтары, транспорт сараларының бәрелешкән һаны буйынса ғына ҡалышып (45,2%), юл-транспорт ваҡиғаларының 24,5 процентын тәшкил итә. 1 октябрҙән 30-ына тиклем бер ай эсендә республика территорияһында йәйәүлеләрҙе төрттөрөүҙең 116 осрағы, шул иҫәптән балалар менән бәйле 20 осраҡ теркәлгән, шуның 12-һе үлем менән тамамланған.
Хөрмәтле мәсетлеләр! Юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата ихтирам күрһәтегеҙ!