Ҡош киҙеүе – вирус тыуҙырған йоғошло сир. Уның менән йорт һәм кейек ҡоштар, хайуандарҙың күп кенә төрҙәре һәм кеше сирләй. Йорт ҡоштары сирҙе һыуҙа йөҙгән кейек ҡоштарҙан йоҡтора, бигерәк тә ҡоштар йылы яҡтан ҡайтҡанда һәм киткән ваҡытта.
Кешеләр сирҙе ауырыу ҡош менән тығыҙ бәйләнештә булған осраҡта йоҡторорға мөмкин, шулай уҡ хай-уандарҙы тәрбиәләгән саҡта, салған, эшкәрткән ваҡытта, хатта бесәйҙәр аша йоғоуы ла ихтимал.
Йоғошланған ҡоштарҙың бүлендектәре хәүефле (танауынан, күҙҙәренән аҡҡан шыйыҡса, тиҙәктәре), улар, һауаға һәм һыуға эләгеп, йоғошланыу сығанағына әйләнә. Һыуға эләгеп, вирус 1 айға тиклем, ә түбәнерәк температураларҙа оҙағыраҡ та һаҡлана ала.
Сирле ҡоштоң итен һәм йоморт-ҡаларын етерлек кимәлдә бешермәйенсә ашағанда, сирҙең кешегә йоғоуы ихтимал.
Вирус тышҡы мөхиттә һаҡлана, айырыуса түбән температураларҙа вирус бирешмәй, ләкин дезинфекция саралары, ультрашәмәхә нурҙары һәм юғары температура йоғонтоһо аҫтында еңел генә тарҡала.
Бүлмә температураһында вирус 2 айға тиклем һаҡлана. Ҡояш тәьҫирендә вирус 2 тәүлек эсендә юҡҡа сыға.
70-80 градус эҫелә вирус бер нисә минут эсендә һәләк була.
Киҙеү менән сирләгән ҡош хәлһеҙ була, тирә-йүндәгеләргә битараф ҡала, үҙен ғәҙәттәгесә тотмай, хәрәкәте боҙола. Ауыр тын ала, йүткерә, сөскөрә, танауынан шыйыҡса аға, тауыҡтарҙың кикереге һәм алҡаһы ҡабара һәм күгәрә.
Профилактика саралары
Иң мөһиме, барыһынан да элек йорт һәм кейек ҡоштарҙың бәйләнешен булдырмау. Бынан тыш, иң нәтижәле сара – ҡошто вакцинациялау.
Әлеге сирҙе йоҡтормау маҡсатында итте һәм йомортҡаларҙы рөхсәтһеҙ сауҙа урындарынан һатып алмағыҙ.
Ҡоштарҙа сир билдәләре асыҡланғанда йәки үле ҡош табылғанда, сифаттарын иҫбат итеүсе тейешле ветеринария документтары булмайынса рөхсәтһеҙ сауҙа итеүселәр осрағанда кисекмәҫтән 2-12-52, 2-00-93 телефоны аша Мәсетле ветеринария станцияһына хәбәр итергә кәрәк.