Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
29 Октябрь 2020, 16:54

Сит илдән ҡайтҡан граждандар COVID-19-ға тест тапшырырға тейеш

10 октябрҙән 22-һенә тиклем райондан 21 кеше сит илдә булған: Нью-Йорк, Казахстан һәм Абхазияла – берәр кеше, ҡалғандар – Төркиәлә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Роспотребнадзор талаптарына ярашлы, сит илдә булып ҡайтҡан Рәсәй Федерацияһы граждандары Дәүләт хеҙмәттәре порталында анкета тултыра. Был рейсҡа теркәлеү башланғансы эшләнә һәм, әйләнеп ҡайтҡас, сәйәхәтселәр өс көн эсендә коронавирусҡа тест тапшырып, уның һөҙөмтәләрен шул уҡ порталда теркәй. Был процедуралар, самолеттар осҡан илдәргә халыҡ-ара даими һәм чартер рейс пассажирҙары булған ололарға ла, балаларға ла ҡағыла. Ҡағиҙә боҙғандарға 15 меңдән алып 40 мең һумға тиклем штраф янай.
Мотлаҡ процедуралар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үтелә, әммә сәйәхәтселәр йыш ҡына Роспотребнадзор тәғәйенләгән 72 сәғәт эсендә ҡуйылған талаптарҙы үтәп өлгөрмәй, шунлыҡтан
проблемалар барлыҡҡа килә. Һәр лаборатория ла тест һөҙөмтәләрен ваҡытында өлгөртмәй, ҡайһы ваҡыт был өс-дүрт көнгә һуҙыла. Шуның өсөн дә, бындай осраҡ булмаһын өсөн, иң яҡшыһы, килеп төшөү менән аэропортта анализ тапшырыу.