Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
14 Октябрь 2020, 11:50

Газ менән хәүефһеҙ ҡулланыу ҡағиҙәләре тураһында

Октябрь айында “Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһы көнкүрештә газ менән хәүеф-һеҙ ҡулланыуҙы пропагандалау буйынса республика айлығы уҙғара.

Белгестәр газ ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланыуҙың ябай ҡағиҙәләрен хәтерегеҙгә төшөрә. Зәңгәр яғыулыҡ кешеләргә йылы һәм уңайлылыҡ килтерә, әммә хәүефһеҙлек сараларын бөтәһе лә күрергә бурыслы. Ябай һәм аңлайышлы ҡағиҙәләрҙе хәтерегеҙҙә тотоғоҙ.
Газ ҡорамалдарын файҙаланғанда:
* Газ ҡорамалдарын фай-ҙаланғанда бинаны елләтергә һәм өҙлөкһөҙ һауа инеүҙе тәьмин итергә. Газ ҡорамалдары эшләгән ваҡытта форточка асыҡ торорға тейеш.
* Горелканың эшләүен күҙәтегеҙ. Ут тигеҙ һәм талғын, зәңгәр йә миләүшә төҫөндә булһа, газ яҡшы яна тип иҫәпләнә. Ут емелдәп яна башлаһа, һүнһә, кисекмәҫтән газ крандарын ябығыҙ һәм бүлмәне елләтегеҙ.
* Газ плитаһы мейесен ҡулланғанда, уны елләтеп, бер аҙ асып тоторға кәрәк.
* Газ плитаһын бинаны йылытыу өсөн ҡулланмағыҙ.
* Мәктәпкәсә йәштәге балаларға газ ҡорамалдары менән ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
Бөтә төр газ ҡоролмалары эшләгән ваҡытта газ һөрөмө бүленә. Шуға ла һәр ваҡыт бүлмәне елләтеп торорға кәрәк:
* Газ ҡаҙаны торған бүлмәлә яныу ҡалдыҡтары сығыу өсөн төтөн юлы һәм елләтеү каналы булырға тейеш, шулай уҡ, форточка, махсус клапандар йә стеналағы елләтеү рәшәткәһе аша өҙлөкһөҙ һауа килергә тейеш.
* Ҡулланыу барышында елләтеү һәм төтөн каналдарын тикшереү йылына 3 тапҡырҙан да кәм булмай: йылытыу миҙгеле башланыр алдынан бер аҙна элек, йылытыу миҙгеле уртаһында һәм йылытыу миҙгеле үткәс бер аҙна эсендә.
* Күп фатирлы йорттарҙа төтөн сығыу һәм елләтеү каналдарын тикшереүҙе идара итеүсе ойошма үткәрә. Газ ҡаҙандары менән йылытылған шәхси йортта өй хужаһы үҙе уның эшләү торошон күҙәтә. Милексенең газ һөрөмө сығарып торған төтөн тартыу һәм елләтеү каналдарындағы етеш-һеҙлекте күрмәүе лә ихтимал, шуға ла уларҙы тикшереү өсөн махсуслашҡан ойошмаларҙы саҡырырға кәрәк.
Нимә эшләргә ярамай:
* Эшләп торған газ при-борҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
* Үҙ аллы төтөн һәм елләтеү каналдарына үҙгәрештәр индермәгеҙ.
* Көнкүреш газ ҡоролмаһының төтөн юлын елләтеү каналына тоташтырырға ярамай.
Бинала газ еҫе барлыҡҡа килгәндә:
* газ приборҙары менән ҡулланыуҙы кисекмәҫтән туҡтатырға, приборҙарға килгән һәм приборҙарҙағы крандарҙы ябырға.
* Тәҙрәләрҙе асып елләтергә.
* Ут ҡабыҙмаҫҡа, тәмәке тартмаҫҡа, электр утын һәм электр приборҙарын ҡабыҙмаҫҡа.
* Кешеләрҙе һәм уларҙың күршеләрен газ еҫе сыҡҡан бүлмәнән кисекмәҫтән сығарыу кәрәк. Газ еҫе сығыу тураһында күршеләрегеҙгә, был ваҡытта шул урында булған- дарға хәбәр итегеҙ.
* Хәүефһеҙ урындан 04 телефоны буйынса авария хеҙмәтенә, кеҫә телефонынан 104, 040 һандарын йыйып оператор-ҙарға, йә 112 берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.
Газ ҡорамалдарын хеҙмәтләндереүҙе белгестәргә тапшырығыҙ:
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Газ ҡорамалдарының төҙөк булмауы кешеләр ғүмеренә хәүеф тыу-ҙыра. Газ ҡорамалдарын ҡулланыу ваҡытында килеп сыҡҡан төҙөкһөҙлөктәр, милексе техник хеҙмәтләндереү тураһында төҙөгән килешеү буйынса, махсус ойошма тарафынан бөтөрөлә. Мотлаҡ техник хеҙмәтләндереү йылына бер тапҡыр үтә.
Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү графигы, “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте менән төҙөгән килешеү буйынса, http://www.bashgaz.ru рәсми сайтында урынлаштырылған.
Газ менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!
Быны белеү мөһим!
Газ менән бәйле бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмау өсөн махсус сигнал биреүсе ҡоролмалар ҡуйыла, был ҡоролма һауалағы газ яғыулығы һәм газ һөрөмө кимәлен контролдә тота. Ҡоролма газ сығыу хаҡында тауыш һәм яҡтылыҡ ярҙамында хәбәр итеп, кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап алып ҡала. Бындай ҡоролмаларҙың баҙарҙа күп төр моделдәре бар, сит илдә һәм Рәсәйҙә етештерелгәндең, финанс мөмкинлектәренән сығып, йәнең теләгәнен һайлап алырға мөмкин. Алған саҡта ҡоролманың яба торған клапаны булыуына иғтибар итегеҙ. Газ сыҡҡанда йә һауала яныу продукттары концентрацияһы артҡанда, ул тауыш бирә һәм газ клапанын яба. Сигнализаторҙың паспорты, сертификаты булырға тейеш һәм уларҙы рөхсәттәре булған ойошмалар ҡуя.