Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Әнис Әсәҙуллин ҡатнашлығында уҙған ултырыштың көн тәртибенә Мәсетле районында юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү, шулай уҡ халыҡ араһында именлек һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин иткән, хәүефһеҙлекте иҫкәрткән төрлө хеҙмәттәрҙең үҙ-ара тығыҙ эшләүе тураһында мәсьәләләр ҡуйылды.
Юлдарҙағы хәл статистикаһы яҡшынан түгел. Рәсәй Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, Мәсетле районы биләмәһендә ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 30 сентябренә тиклем 13 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа алты кеше һәләк булған (былтырғыға ҡарағанда биш тапҡырға күп), 11 кеше, шул иҫәптән балиғ булмаған балалар ҙа, төрлө тән йәрәхәттәре алған (ике тапҡырға күп).
Кропачево-Мәсәғүт-Әчит автомобиль юлында ике кеше һәләк булған, өс кеше йәрәхәттәр алған. Муниципаль-ара һәм урындарҙағы юлдарҙа дүрт кеше һәләк булған, һигеҙе йәрәхәттәр алған. Спиртлы эсемлектәр ҡулланған водителдәр арҡаһында дүрт юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән: ике кеше үлгән, өс кеше тән йәрәхәттәре алған.
Ике юл-транспорт ваҡиғаһының үлемесле осрағында урам-юл селтәренең ҡәнәғәтләнерлек сифатта булмауы сәбәпсе. Машиналарҙың юл биреүҙә сиратты күҙәтмәүе, транспорт сараһын йөрөй торған юлға дөрөҫ ҡуйыу ҡағиҙәһен боҙоу, ҡаршы килгән транспорттың юл һыҙатына сығыуы, йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы һәм башҡа ҡағиҙә боҙоуҙар – юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәптәре.
Ошо хәлдәр менән бәйле комиссия тарафынан профилактика сараларын көсәйтеү тәҡдимдәре индерелде: эскән килеш машина йөрөтөүҙе иҫкәртеүҙе, кешеләрҙең Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙәрен һәм урам-юл селтәре торошон яҡшыртыуҙы тәьмин итергә.