Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
17 Сентябрь 2020, 18:00

Мейестәр һәм электр йылытыу приборҙарының янғын хәүефһеҙлеге

Һауа температураһы түбәнәйҙе, ә йылытыу мәле әлегә бөтә ерҙә лә башланмаған.

Был осраҡта ҡайһы бер граждандар өйҙәрҙе электр йылытҡыстары ярҙамында йылыта. Шуға күрә боҙоҡ электр приборҙарын ҡулланыу йәки уларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, эшләп торған приборҙарҙы һүндермәй китеү һәм уларҙы үҙ аллы йүнәткәндә һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү янғынға килтереүе ихтималлығын оноторға ярамай.
Кешеләрҙең мейес менән йылытыуҙы, газ ҡорамалдарын һәм электр приборҙарын ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүе янғындар һанының артыуына килтерә.
Мейес менән файҙаланыуҙың ике осрағында янғын сығыуы ихтимал:
– мейес ҡоролошо ҡәғиҙәләрен боҙоу: мәҫәлән, мейестең төтөн торбаһы менән өй ҡыйығының ағас таяуҙары араһындағы араның етерлек булмауы. Мейес ауыҙы алдындағы тимер табаҡтың булмауын да ошонда индерергә була, һөҙөмтәлә килеп төшкән утлы күмерҙән иҙән яна башлай;
– мейес менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу: мәҫәлән, мейестәрҙе бензин, кәрәсин һәм башҡа еңел тоҡаныусан шыйыҡсалар менән яндырыу, шулай уҡ мейесте артыҡ ҡыҙҙырыу. Унан тыш, мейес яҡҡанда ишектәрен асыҡ тоторға, унда кейем, утын һәм башҡа материалдар киптерергә ярамай, йылытыу приборҙарының һәм төтөн торбаларының өҫтәрен туҙандан таҙартып, ағартып торорға, мейестә асыҡланған ярыҡтар һәм төҙөкһөҙлөктәрҙе ваҡытында бөтөрөргә кәрәк.
Электр менән йылытыу приборҙарын эксплуатациялаған ваҡытта ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларҙы ҡорғандарға, мебелгә яҡын һәм электр-көнкүреш техникаһын йылытыу батареяларына тейеп торорлоҡ итеп урынлаштырмағыҙ.
Әгәр янғын сығыуын күреп ҡалһағыҙ, кисекмәҫтән “101” йәки “112” телефондары буйынса янғын һүндереү-ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ.
Ут менән көрәшеүселәр килеп еткәнсе, кешеләрҙе эвакуациялау сараһын күрергә һәм ҡул аҫтындағы саралар менән мөмкин тиклем янғынды һүндерә башларға кәрәк. Өйҙә янғынды һүндерергә мөмкинлек биреүсе саралар: одеялдар, ҡаты туҡымалар, шулай уҡ биҙрәләр һәм башҡа һыу һауыттары һәр ваҡыт бар.
Янғын ваҡытында тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе асырға ярамай, бинаға саф һауаның килеп инеүе уттың ныҡ таралыуына булышлыҡ итә.
Әгәр утҡа көсөгөҙ етмәүен һәм янғындың ҡурҡыныс булып ҙурайыуын күрһәгеҙ, бинаны ашығыс рәүештә ҡалдырығыҙ һәм башҡаларға унан сығырға ярҙам итегеҙ.
Бина төтөн менән тулған ваҡытта ауыҙ-танауҙы еүеш туҡыма менән ҡаплап, эйелергә йәки иҙәнгә ятырға һәм стена буйлап дүрт аяҡлап йә шыуышып сығыу яғына табан хәрәкәт итергә кәрәк.
Кейеме янып киткән осраҡта зыянланыусыны беше туҡыма йәки пальто, одеял менән төрөргә, еүеш булһа яҡшыраҡ, йәки һыу менән ҡойондорорға кәрәк. Ялҡынды шулай уҡ ерҙә тәгәрәп тә һүндерергә була, был осраҡта барынан да бигерәк башты һаҡларға кәрәк.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мейес менән йылытҡанда, газ ҡорамалдарын һәм электр приборҙарын ҡуллан-ғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәү генә һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡаласаҡ!
Зимфер ТӨХВӘТУЛЛИН,
86-сы янғын һүндереү часы начальнигы.