Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
8 Сентябрь 2020, 13:15

Хәүефһеҙ юл

Һәр өсөнсө юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы йәйәүлеләр менән бәйле. Авария сәбәптәренең береһе – йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәрҙә хәүефһеҙлек сараларының булмауы.

Район үҙәгендәге белем биреү учреждениелары эргәһендә урынлашҡан йәйәүлеләр өсөн светофор-ҙар ҡуйылды. Ҡоролма автономиялы, улар ҡояш ярҙамында энергия менән тәьмин ителә. Светофорҙағы бер янып, бер һүнеп торған һары сигнал юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы иғтибарлы булырға саҡыра, һәм алда көйләнмәгән юл саты, йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урыны икәнен иҫкәртә.
Светофорҙар Оло Ыҡтамаҡ ауылында ике ерҙә урынлашҡан: 1-се лицей һәм “Колосок” балалар баҡсаһы алдында. Шундай уҡ ҡоролма Әләгәҙ мәктәбе эргәһендә лә бар. Шулай уҡ бөтә белем биреү учреждениелары янында “Бала” һәм “Тиҙлекте сикләү” юл билдәләре барлыҡҡа килгән.
Өҫтөнлөк биреүсе “Юл бир” билдәһе Память Коммуны һәм 1 Май урамдары киҫелешендә, Тыныслыҡ урамындағы 27-се йорт эргәһендә ҡуйылған.
Уларҙы урынлаштырыу өсөн аҡса район муниципалитетының юл фондынан бүленгән.