Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
4 Сентябрь 2020, 16:05

Киберһөжүм итеүҙәр һаны арта

Ошо көндәрҙә Мәсетле районында йәшәүсе ҡатын 50000 һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Барыһы ла телефон аша билдәһеҙ кеше менән һөйләшкәндән һуң була.Билдәһеҙ кеше үҙен Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәре тип таныштыра, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе алып, законһыҙ рәүештә уның банк иҫәбенән аҡса урлай. Рәсәй Федерация Енәйәт кодексының 158.3-сө статьяһындағы “г” пункты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Мәсетле районында телефон ярҙамында киберһөжүм һаны артыуын дауам итә. 2020 йылдың ете айы эсендә хоҡуҡ һаҡлау органдарында банк иҫәбенән аҡса юғалтыуға бәйле ете мөрәжәғәт теркәлгән, шуларҙың алтауһы – телефон бәйләнеше, берәүһе интернет селтәре ярҙамында эшләнгән. Был турала Мәсетле районы эске эштәр бүлегенең оператив эш буйынса полиция начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Александр Дымов хәбәр итә.
Яңынан-яңы алдау ысулдары барлыҡҡа килеп тора, аферистар кешеләрҙең шәхси телефонынан конфиденциаль мәғлүмәт алыу ысулын уйлап тапҡан. “Тишек кәмәгә” ултыртып китеүселәрҙең яңы схемаһы менән беҙ ҙә танышайыҡ.
Алдаҡсы телефондан үҙен банк вәкиле тип таныштыра һәм клиентҡа уның иҫәбенән аҡса урларға маташыу осрағы тураһында хәбәр итә. Йәнәһе, ул һеҙҙең ысынлап та аҡса күсереү буйынса операция башҡарған-һығыҙмы-юҡмы икәнен белергә теләй (виртуаль ҡараҡтың мобиль ҡушымта буйынса конфиденциаль мәғлүмәт һорамауы кешелә уға ҡарата тағы ла нығыраҡ ышаныс тыуҙыра). “Банк вәкиле” бындай операция башҡармауығыҙ тураһында белгәс, операцияны ”туҡтата” һәм... клиенттың смартфонына иҫәптәге аҡсаларҙы һаҡларға ярҙам иткән ҡушымтаһын ҡуйырға тәҡдим итә. Тик бөтә кеше лә был ҡушымтаның смартфон менән ситтән тороп идара итеү мөмкинлеге булғанын белмәй шул. Бөтә хикмәт шунда ла инде: алданыусы аккаунтының сер кодын хәбәр итә, ә уғры әлеге программа ярҙамында смартфондағы мобиль банк аша клиенттың шәхси кабинетына инеп, теләгән сумманы күсерә ала. Шулай итеп программа ярҙамында картағыҙҙағы аҡсалар тишек кеҫәнән ҡойолған һымаҡ юҡҡа сыға ла ҡуя. Кеҫәңдән төшөп ҡалғанды эҙләп табыр-ға була ла ул, ә программа аша отол-һаң, зыян ҡылыусыны закон буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыуы үтә лә ауыр, хатта мөмкин дә түгел. Сөнки һеҙ үҙ(!) ризалығығыҙ менән уға смартфонығыҙға инергә рөхсәт биргәнһегеҙ булып сыға.
“Таныш булмаған кеше банк вәкиле булып шалтыратҡан осраҡта һаҡ булырға, иң яҡшыһы һөйләшеүҙе туҡтатырға һәм банктың “ҡыҙыу линия”һына хәбәр итергә кәрәк. Бер ваҡытта ла сит кешеләргә картағыҙҙың паролен, иҫәп һанын бирмәгеҙ”, – ти Александр Владимирович.
Енәйәт эшен тикшереүгә ике ай бүленә. Был выҡыт эштең барышына ҡарап оҙайтылыуы ла мөмкин. Банк иҫәбенән аҡса урлаған кешеләргә ҡарата алты йыл-ға иркенән мәхрүм итеү кеүек яза ҡаралған.