Дыуан район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эштәр бүлеге хәбәр итеүенсә, тәбиғи газ еҫһеҙ. Шуға ла белгестәр газдың сығып тороуын белер өсөн уға төрлө ҡушылмалар өҫтәй. Шулай итеп, шәхси йорт һәм фатирҙа йәшәүселәрҙе газ еҫе менән ағыуланыу, шартлау кеүек аяныслы хәлдәрҙән һаҡлай.
Әгәр ҙә бинала газ еҫе һиҙһәгеҙ, газ юлы кранын ябығыҙ, ут һәм электр приборҙарын ҡабыҙмағыҙ, бүлмәне елләтегеҙ һәм телефон аша 04 һандарын йыйып, авария хеҙмәтен саҡырығыҙ.
Газ, газ йыһаздары менән ҡулланыуҙың мөһим ҡағиҙәләре:
- газ йыһаздарын квалификациялы белгестәр генә урынлаштыра, төҙөкләндерә һәм тикшерә ала;
- газ торбаларына кер бауы бәйләргә, крандарҙа әйберҙәрҙе киптерергә ярамай;
- газ приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ,балаларҙы газ йыһаздарына яҡын ебәрмәгеҙ;
- ял һәм йоҡо бүлмәләрендә газ прибор-ҙары менән файҙаланмағыҙ.
Янғын хәүефһеҙлеге сараларын үтәү – һеҙҙең именлек, яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлау ул. Янғынды иҫкәртеү һүндереүгә ҡарағанда отошлораҡ булыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ!