Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
5 Август 2020, 13:25

Юл-транспорт фажиғәһенә юлыҡмағыҙ

Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә йыл һайын юл фажиғәләре 5 процентҡа арта бара. Һәр өсөнсө осраҡ йәйәүленең үлеме менән тамамлана. Бындай мәғлүмәттәрҙән һуң, уйланырға урын бар. Юлдағы хәүефле хәлдәрҙең булмауы беҙҙән – автомобиль йөрөтөүселәр һәм йәйәүлеләрҙән тора.

Статистика буйынса, йыш ҡына юл фажиғәләренең үлемесле осрағы сәбәптәре: юл сатында водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең юл ҡағиҙәләрен боҙоуы, тиҙлек арттырыу, машиналар араһындағы арауыҡты күҙәтмәү, ҡаршыға килгән машина юлына сығыу.
Юл-транспорт фажиғәһен булдырмау өсөн үҙеңде тотоу буйынса ЮХХДИ бүлеге начальнигы полиция майоры Вадим Ғилметдинов кәңәштәр бирә.
Юл сатында йөрөү һәм үткәүел аша сығыу ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ.
Иң күп фажиғәләр юл сатында була. Водителдәр ҙур тиҙлектә, светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә ҡарамай, төп юлдан килгән машиналарҙы үткәрмәй, хоҡуҡтары тиң булған юл саттарында “уң яҡтан хәрәкәт” (уң яҡтан булған транспортҡа юл биреү) ҡағиҙәһен боҙоуҙан килә.
Юл сатына еткәндә артабан нисек барыуығыҙҙы алдан билдәләргә кәрәк: тура, уңға, һулға йә кирегә боролоу. Светофор булмаған осраҡта ҡайҙа төп юл, ҡайҙа икенсе юл икәнен билдәләргә. Хоҡуҡтары тиң булған юлда “уң яҡтан ҡамасау” (уң яҡтан килгәнгә юл биреү) ҡағиҙәһе ғәмәлдә ҡала. Юл сатына сират һаҡлап сығыу мөһим. Светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә сыҡҡан йәйәүлеләрҙе үткәреү кәрәк.
Тиҙлекте арттырғанда, ҡағиҙәне боҙмағыҙ.
Тиҙлек – юлда үлем осрағының иң төп сәбәбе.
Тиҙлекте һайлағанда, рөхсәт ителгәндән арттырмаҫҡа кәрәк. Шулай уҡ, юл һәм тәбиғәт шарттарын, тәүлек ваҡытын иҫәпкә алыу мотлаҡ.
Ҡаршыға килгән машинаның юлына сыҡҡанда, ҡағиҙәне үтәгеҙ.
Ҡаршыға килгән машинаның юлына сығыу – иң үлемесле аварияларҙың береһе. Сәғәтенә 80 километр тиҙлек менән килгән машиналарҙың ҡаршы килеп бәрелеүе 9-сы ҡаттан асфальтҡа осоп төшөүгә тиң.
Икенсе транспортты уҙып киткәндә, юлдағы хәрәкәткә иғтибар итергә, билдәләр ҡуйылған урындар ғына ҡурҡыныс тип иҫәпләмәҫкә. Ҡаршыға машина юҡлығын юлдың күҙ күргән өлөшөн иҫәпкә алып, юл һәм тәбиғәт шарттарын, тәүлек ваҡытын күреп аңлау кәрәк.
Юлдағы алтын ҡағиҙә: ышаныслы булмаһаң, уҙма!
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Руль артында йоҡлап китеү, иғтибарҙы икенсе нәмәгә йүнәлтеү, йә идара итеүҙе юғалтыу, машинаны ҡаршы юлға алып сыға.
Ҡапыл тиҙлекте арттырыу йә тор-мозға баҫыу, рулде ҡырҡа икенсе яҡҡа бороу ҙа машинаны юлдан ситкә алып китә. Көтөлмәгән хәлдән водитель юғалып ҡала, тормоз педаленә баҫа һәм шул сәбәпле автомобиль юлдан ситкә китә. Был осраҡта тормоз, тоташтырыу педален онотоп торорға, руль һәм газ педале менән эш итергә кәрәк.

Юлда башҡа төр ҡурҡыныс осраҡтар:
Транспорт менән иҫерек килеш идара итеү. Руль артына иҫерек килеш ултырмау ҡағиҙәһен ҡабул итеү мотлаҡ. Был талапты боҙоу автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итә, шулай уҡ бындай осраҡта Енәйәт кодексы тарафынан яза ҡаралған.
Руль артында телефон аша һөйләшеү йә хәбәрҙәр ебәреү. Машина менән идара итеүсе телефонға иғтибарын йүнәлтеп, юл хәлен күҙ уңынан ысҡындыра. Был осраҡта ҡаршы килгән автомобиль менән бәрелеү йә юлдан ситкә сығып китеү ихтимал. Әгәр мөһим шылтыратыу икән, һөйләшеү өсөн махсус гарнитура булған хәлдә лә, юл ситенә сығып туҡтау кәрәк.
Үтә хисле булыу. Башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы һанға һуҡмау, агрессия юл-транспорт һәләкәттәренә, кешеләрҙең үлеменә алып килә.
Хәүефһеҙлек ҡайышын ҡулланмау. Хәүефһеҙлек ҡайышын ҡулланыу авария эҙемтәләрен 6-8 тапҡырға түбәнәйтә.
Салонда балалар өсөн креслоның булмауы. Автомобилдә балалар өсөн махсус креслоның булыуы авария мәлендә сабыйҙарҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала.
Тәбиғәт шарттары. Томан, ямғыр, боҙлауыҡ юл фажиғәләрен 25 процентҡа арттыра.
Арыған килеш идара итеү. Арыған кешенең иғтибарлылығы түбәнәйә, юл-хәрәкәте ваҡиғаларына реакцияһы кәмей. Тиҙлек артҡан һайын кеше тиҙерәк арый. Медицина мәғлүмәттәре буйынса, сәғәтенә 90 километр тиҙлек менән бар-ғанда кеше 3,5-4 сәғәт эсендә арый. Бындай осраҡта туҡтап ял итеү мөһим.
Иғтибарлыҡты юғалтыу. Юлда машина менән идара иткәндә бөтә иғтибар-ҙы юлға йүнәлтергә кәрәк. Бер секундҡа ла ситкә ҡарамаҫҡа. Пассажирҙарға боролоп, йә көҙгө аша ҡарау, юл фажиғәһенә килтерергә мөмкин. Сәғәтенә 90 километр тиҙлек менән барғанда автомобиль бер секундта 25 метр ара үтә. Артҡы урында ултырған балаларға боролоп ҡарау өс секунд ваҡытты ала, тимәк, 75 метр ара юлға ҡарамай үтелә. Ғаилә именлеге менән шаярмай, килеп тыу-ған мәсьәләләрҙе туҡтап хәл итеү яҡшы.
Вайымһыҙ йәйәүлеләр. Йәйәүлене күреү менән фар йә махсус сигнал ярҙамында иғтибарын йәлеп итеү кәрәк. Улар араһында күҙҙәре күрмәгән, ҡолаҡтары ишетмәгән, психикаһы боҙолған кешеләр булыуы ихтимал. Йәйәүле хаҡлы булмаған осраҡта ла, уны уҙғарып ебәреү яҡшыраҡ.
Автомобилдең һуҡыр зонаһы. Машина ҡырҙарының киңлеге көҙгөгә эләкмәгәнен һәр водитель белә. Бында бүтән төр машина, велосипедист йә йәйәүле булырға мөмкин. Шуға ла көҙгөгә ҡарап ҡына ҡалмай, башты бороп, хәрәкәт башлар, туҡтар алдынан, боролғанда һәм һуңынан, башҡа автомобиль ағымына ҡушылғанда һуҡыр зонаны һәр саҡта контролдә тотоу кәрәк.