Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
4 Август 2020, 18:35

Ураҡ эштәре ваҡытында янғын хәүефһеҙлеге

Уңыш йыйыу осоро башланыуға бәйле ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге территорияларҙа янғын сығыуына юл ҡуймаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк.

Ауыл хужалығы тауар етештереүселәренең ябай ғына янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүҙәре һөҙөмтәһендә мал аҙыҡтары әҙерләү һәм иген культураларын йыйып алыу мәлендә агросәнәғәт комплексы объекттарында янғындар йыш сыға. Ут бәлә килтермәһен өсөн һаҡлыҡ саралары күрергә кәрәк:
- ураҡ башланғанға тиклем унда ҡатнашасаҡ барлыҡ хеҙмәткәрҙәр янғынға ҡаршы инструктаж үтергә тейеш, ә урып-йыйыу агрегаттарының һәм автомобилдәрҙең янғын һүндереү саралары менән тәьмин ителеүе мотлаҡ (бөтә төр комбайндар һәм тракторҙар – ике янғын һүндергес, ике көрәк, ике һепертке менән), төҙөк осҡон һүндергес менән ҡорамалландырылыр-ға, ток биреү, ҡабыҙыу һәм майлау системалары көйләнергә тейеш;
- башаҡ өлгөрөр алдынан урман, дала, автомобиль һәм тимер юлдары эргәһендәге иген баҫыу-ҙары ситтәре 4 метр киңлектә сабылырға һәм һөрөлөргә тейеш;
- участкалар араһы 8 метрҙан киңерәк арала сабылырға тейеш. Унда сабылған иген шунда уҡ йыйып алына, сабылған ерҙең уртаһынан 4 метрҙан күберәк ара һөрөлә;
- ваҡытлыса баҫыу стандары иген баҫыуҙарынан, ырҙын табағынан 100 м алыҫлыҡта урынлашырға тейеш, ырҙын табаҡтары 4 метрҙан киңерәк итеп һөрөлә;
- ураҡ эштәре барған ерҙән алыҫ түгел һабаны менән әҙер трактор торорға тейеш. Ул янғын сыҡҡан осраҡта ерҙе һөрөү өсөн кәрәк;
- баҫыуҙарҙа ҡалған ҡамылдар-ҙы, башҡа ҡалдыҡтарҙы яндырыр-ға, усаҡ яғырға ярамай;
- ырҙын табаҡтарын бина һәм ҡоролмаларҙан 50 м алыҫлыҡта, иген ҡырҙарынан 100 м алыҫлыҡта урынлаштырырға.
Урып-йыйыу эштәре барышында рөхсәт ителмәй:
- иген ҡырҙарында һәм улар эргәһендә, һалам эҫкерттәре янында тартырға һәм асыҡ ут менән эштәр башҡарырға;
- ҡамылды, башҡа ҡалдыҡтарҙы яндырырға, усаҡ яғырға;
- ырҙын табағында эшләп тор-ған автомобилдәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырырға;
- капоты булмаған йәки капоты асылған тракторҙарҙа, үҙйөрөшлө шассила, автомобилдәрҙә эшләргә;
- баҫыуҙа һәм төнөн автомобилдәргә яғыулыҡ ҡойорға;
- янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж үтмәгән хеҙмәткәр-ҙәргә эшләргә рөхсәт итергә.
Иген ҡырында янғын сыға ҡалһа:
- ҡул аҫтындағы нәмәләр (янғын һүндергес, һыу һ. б.) менән утты һүндереү буйынса саралар күрә башларға, янған ергә тупраҡ ырғытырға;
- уттың таралыу тиҙлеген һәм ел йүнәлешен иҫәпкә алып, янған урындың ситен һөрөргә, һөрөлгән һыҙат эргәһендә яңынан ут тоҡанып киткән осраҡта һүндереү өсөн кешеләр ҡуйып сығырға;
- автомобиль һәм агрегаттарҙағы янғынды һүндереү, уларҙы иген баҫыуынан сығарыу буйынса саралар күрергә.
Дыуан күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге.