Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
29 Июль 2020, 17:45

"Туҡтап өлгөрмәнем шул..."

Туймазы районында булған кисәге үлемесле авария тураһында йөк машинаһы водителе үҙ фаразын һөйләгән.

28 июлдәге был юл-транспорт ваҡиғаһында бала һәләк була. Тәүге фараз буйынса, Һамар өлкәһенән 34 йәшлек "МАЗ" йөк машинаһы водителе һулға - Серафимовка ауылына боролош яһаған "Лада Гранта"ны бәрҙерә, һөҙөмтәлә ундағы 9 йәшлек пассажир табиптар килгәнсе үк һәләк була. Ә 41 йәшлек водитель, баланың әсәһе, тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.

Йөк машинаһы водителе был фажиғә тураһында үҙ версияһын һөйләгән: "Мин Өфөнән Һамар яғына китеп барғанда, Туймазы боролошонда ҡояш ныҡ күҙҙе сағылдырҙы. Алдағы автомобилде, әллә боролош уты эшләмәнеме, бүтән сәбәптәнме, һуңғы мәлдә генә күреп ҡалдым. Тормозға баҫтым, ярҙам итмәне. Уңға ла тартып булмай ине: юл айырсаһы машиналар менән тулы йәнле ваҡыт. Алдағы машина туҡтай биреп һулға боролорға теләне, ә мин туҡтап өлгөрмәнем..."
"Ниндәй тиҙлек менән килә инегеҙ?" - тигән һорауға водитель: "Йөкһөҙ, сәғәтенә 60 километр менән", - тип яуаплаған. Тағы шуларҙы өҫтәгән: "Тауҙан газға баҫмай ғына, яйлап төшөп килә инем. Алдағы машинаны 5-10 метр ҡалғас тигәндәй генә күреп ҡалдым, ә ул, етмәһә, шундай төҫтә: асфальттан айырырлыҡ та түгел..."
Хәҙер нимә тип кенә һөйләһәң дә, ваҡиғаны кире ҡайтарып, фажиғәне булдырмаҫлыҡ итеп хатаны төҙәтеп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлгәнде терелтеп булмай. Шуға юл йөрөгәндә яуаплылыҡ һәр беребеҙҙә икәнен онотмай, ҡояшмы, көслө ямғырмы ул, иғтибарлылыҡты кәметмәй, бер секундҡа ла уяулыҡты юғалтмай, ҡағиҙәләрҙе боҙмай йөрөү һәр водителдең бурысы икәнен иҫебеҙҙән сығармаһаҡ ине.

Фото: Ufatoday.ru
Автор: Аклима Гизатуллина