Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
29 Июль 2020, 13:35

Халыҡтың милкен урлауҙың яңы ысулдары барлыҡҡа килде

Коронавирус пандемияһына бәйле донъялағы иҡтисади көрсөк мутлашыуҙың яңы төрҙәрен барлыҡҡа килтерҙе һәм интернет аша енәйәттәр һанының артыуына йоғонто яһаны.

Хәҙер граждандарҙың аҡсаһын урлауҙың бер төрө – хәйриә маҡсатында аҡса йыйыу (йәнәһе, коронавирус менән сирләүсе ғаиләләргә, медицина хеҙмәткәрҙәренә яр-ҙамға). Ҡағиҙә булараҡ, бындай саҡырыуҙар мессенджер-ҙарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырыла.
Тағы ла бер ысул – коронавирус йоҡтороуҙан һаҡлаусы тауарҙар, инфекциянан “вакцина” һатыу. 2020 йылдың ғинуар башынан бар донъя буйлап интернет селтәрендә коронавирустан дарыуҙар һатыу тураһында иғландар барлыҡҡа килде. Ысынында иһә, ундай сара юҡ. Бынан тыш, ошо сирҙән “һаҡлаусы” төрлө амулеттар, шыйыҡсалар, дини культ предметтары һатыла. “Өшкөрөү” кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә.
Байыу бурысы менән эш иткән мутлашыусылар граждандарға уларҙың үҙизоляция режимын боҙоуҙары тураһында факттың булыуы хаҡында хәбәр итә һәм штраф түләү өсөн реквизиттар ебәрә.
Кешенең персональ мәғлүмәттәренә эйә булыу өсөн зарарлы программа тәьминәте аша абоненттарға медицина учреждениелары, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы исеменән хаттар ебәрәләр. Ошондай ысул менән алынған персональ мәғлүмәттәр һуңынан иҫәптән аҡсаны урлау өсөн ҡулланыла.
Шулай уҡ мутлашыусылар коронавирус йоҡторған яҡын кешеләрҙе дауалау өсөн аҡса күсереү үтенесе менән туғандар йәки медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре исеменән мөрәжәғәт итә.
Ҡурсаланыу осоронда ирекле күсеп йөрөү, шул иҫәптән сир билдәләре булыу йәки сирле менән бәйләнешкә инеү сәбәпле карантинда ултырырға тейешлеләргә рөхсәт ҡағыҙы биреү өлкәһендә мутлашыуҙар йышайҙы.
Тағы ла, коронавирус пандемияһы менән бәйле билет, туристик путевка хаҡын кире ҡайтарыу тураһында авиакомпаниялар һәм турагентлыҡтар хеҙмәткәрҙәре исеменән тәҡдим яһаусы мутлашыусылар ҙа күбәйҙе.
Башҡортостан прокуратураһының енәйәт-процессуаль
һәм оператив-эҙләү эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса идаралығы.