Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
27 Июль 2020, 15:00

Урмандар ут эсендә

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта янғындар таралыуы ҡурҡыта. Республикала һуңғы аҙнала температураның 35 градустан артып китеп, үтә эҫе булыуы ла килеп тыуған хәлде киҫкенләштерә.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 20 апрелдән алып 18 июлгә тиклем 93 урман янғыны теркәлгән. Шуларҙың 53-ө – халыҡтың ут менән һаҡһыҙ тотоноуынан, 10 янғын башҡа категориялы ерҙән күскән, 29 – йәшендән, 1 янғын техноген объекттан сыҡҡан.
Үткән аҙнаның шаршамбыһында, 15 июлдә, Белорет ҡалаһының Түбәнге ауыл биҫтәһендә өс гектар ерҙә янғын сыҡҡан. Янып киткән ҡоро үләндең ялҡыны ел булғанлыҡтан бик тиҙ арала яҡындағы ағастарға күскән. Ут менән көрәштә махсус хеҙмәттәргә ярҙамға 72 ирекмән сыҡты.
Иң ҙур янғын Бөрйән районында күҙәтелә. 17 июлдә, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында ут сығып, Әбйәлил, Белорет райондарын да ялмап алды.
Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов биргән мәғлүмәт буйынса, яныу майҙаны 159 гектарға еткән. Утты һүндереүҙә 146 кеше, 44 техника ҡатнаша. Районда ғәҙәттән тыш хәлдәр режимы индерелгән.
Республика башлығы Радий Хәбиров килеп тыуған мәсьәләгә ҡағылышлы социаль селтәрҙә яҙма ҡалдырҙы:
“Аномаль эҫе һауа торошо, ут менән һаҡһыҙ тотоноу сәбәпле Башҡортостан урмандарында янғындар сыҡты. Белорет, Бөрйән райондарында һәм башҡа райондарҙа урмандар яна. Ауылдарға ҡур-ҡыныс янамай, шулай ҙа ҡай-һы бер урындарҙа ут ауыл ситенә яҡын килгән. Беҙ янғын менән көрәшәбеҙ, махсус техника эшләй, ирекмәндәр ярҙам итә”.
Тәбиғәтте һаҡлау өсөн һәм урмандар янмаһын тиһәк, халыҡҡа уяу булырға кәрәк. Ҡуйы әрәмәлектәрҙә, ылыҫлы урманда, ботаҡтары ергә тейеп торған ағас аҫтында, ағастар өйөмө янында, торф булған ерҙә, ауыл хужалығы культуралары өлгөргән ерҙә янған шырпыны, тәмәке төпсөгөн, янған сепрәк киҫәген ташлау, усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла. Шулай уҡ, тиҙ янып китеүсән әйберҙәрҙе (май, бензин һеңгән сепрәк) ташламағыҙ. быяла һауыттар, ҡояш нурында ҡыҙып, ҡороған үләнде яндырып янғын сығыуы ихтимал. Баҫыуҙарҙа, урман аҡланында, баҡсала, елле көндәрҙә ағас аҫтында ут яғып ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.