Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауылында битлек кейеү һәм социаль арауыҡ режимын һаҡлауҙы тикшереү буйынса рейдтар уҙа. Район хакимиәте ҡарамағындағы комиссия магазин хеҙмәткәрҙәренең һәм һатып алыу-сыларҙың, бойороҡто үтәү-үтәмәүҙәрен тикшерҙе. Рейд барышында “Роспотребнадзор” тәҡдимдәрен үтәү буйынса аңлатыу эше уҙғарылды. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса протокол төҙөлдө.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа – магазиндарҙа, йәмәғәт транспортында, парк һәм скверҙарҙа һаҡланыу сараларын ҡулланыу мотлаҡ.
Район үҙәгендә “Вега” магазины хеҙмәткәрҙәре был талаптар- ға яуаплы ҡарай булып сыҡты. Һатыу залына ингәндә тән температураһын үлсәйҙәр, ҡулдарҙы дезинфекциялайҙар, һатыусылар һатып алыусыларҙы битлектә һәм бирсәткәлә хеҙмәтләндерә, битлек һәм социаль ара режимын контролдә тоталар.
– Республика биләмәһендә юғары әҙерлек режимын йомшартырға сәбәп күрмәйем, – тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Килеп тыуған хәлдең ҡатмарлы булыуы, ауырыусыларҙың һаны кәмемәүе хаҡында әйтте.
Бындай рейдтар билдәле график буйынса үтәсәк.