Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
14 Июль 2020, 14:35

ТАЛПАН

Талпандарҙың әүҙемлеге башлан-ғандан алып Мәсетле үҙәк район дауаханаһына талпан ҡаҙалған етмеш кеше мөрәжәғәт иткән.

Талпан энцефалиты бер кешелә лаборатор раҫланған, ун ике кешелә – талпан боррелиозы. Башҡортостан Республикаһының Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәте буйынса, республикала талпан ҡаҙалған осраҡтар арта бара. Медицина ойошмаларына 8100 кеше мөрәжәғәт иткән. Башҡортостандың эпидемиология һәм гигиена үҙәгендә кешеләргә ҡаҙал-ған 7,3 мең талпан тикшерелгән. Талпан энцефалиты менән зарарланғандар һаны 1,1 процент тәшкил итә.
* * *

Өфөлә 800-ҙән ашыу кеше талпандан зыян күргән

Өфөлә 800-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән 85 бала талпандан зыян күргән. Был турала 14 июлдә баш ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығының бүлек етәксеһе урынбаҫары Зөлфиә Камаева хәбәр итте.
«14 июлгә Өфөнөң медицина ойошмаларына 800-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән 85 бала талпан тешләүгә зарланып мөрәжәғәт иткән. Талпандар башлыса Өфөнөң Калинин, Орджоникидзе, Ленин, Дим, Октябрьский, Киров райондары урман массивтарында, шул иҫәптән коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә ҡаҙала», — тип һөйләне Зөлфиә Камаева.
Фото: Олег Яровиков
Ксения Калинина