Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
14 Июль 2020, 12:35

Районда һыу инеү урындары буйлап рейдтар башланды

Йәй етеү менән барыһы ла күп ваҡытын һыу буйҙарында уҙғара. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, йылдың-йылы һыу инеү миҙгеле ғүмерҙәрҙе өҙә. Күберәк был хәл ябай ғына һаҡланыу сараларын һанға һуҡмауҙан килеп сыға.

Районда һыу инергә махсус урын булмағанлыҡтан, халыҡ эҫенән ҡасып, урындағы йылға буйҙарында ял итә. Бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмау маҡсатында күҙәтеү ведомствоһы профилактик саралар уҙғара, һыу инеү урындары буйлап рейдтарға сыға.
Ял көндө район һәм ауыл хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, полиция, ирекмәндәр һәм мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтар уҙғарҙы.
Уның барышында ял итеүселәргә хәүефһеҙлек сараларын үтәүҙе ҡушып, иҫкәрмәләр тараттылар.
Статистика буйынса, махсуслаштырылмаған урында ҡарауһыҙ ҡалған балалар, иҫерек килеш һыуға ингән кешеләр һыуға бата. Был мәғлүмәт йылға-күлдә һыу ингәндә һаҡ һәм иғтибарлы булырға саҡыра.