Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
13 Июль 2020, 15:38

Ҡот осҡос һандар

Ете көн эсендә 40 кеше, шул иҫәптән биш бала һыуға батып үлгән.

Был һандарҙы бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләне.
– Һыуҙа батып үлеүҙәрҙең төп сәбәбе –ҡулайлаштырылмаған ҡырағай урындарҙа һыу инеү һәм иҫерек килеш һыуға төшөү. Балалар иһә ата-әсәләрҙең ҡарап еткермәүе арҡаһында үлә. Был аҙнала үлгән 35 өлкән кешенең 27-һе иҫерек булған. Район хакимиәт башлыҡтары был проблемаға иғтибар итһен, рейдтар үткәрһен ине. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең яҡтан даими рейдтар үткәреп торабыҙ. Үткән аҙнала ғына ҡотҡарыусылар ярҙамында 88 кешенең ғүмере һаҡланып ҡалынды. Быйыл көндәрҙең эҫе тороуо һәм кешеләрҙең сит илдәргә сыға алмауы арҡаһында, һыу буйында ял итеүселәр һаны өс тапҡырға артты. Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, – тине Фәрит Ғүмәров.
Шулай уҡ дәүләт комитеты рәйесе белдереүенсә, был аҙнала республикала 206 янғын теркәлгән һәм уларҙа бер кеше һәләк булған. Янғында үлгәндәр һаны былтырғы менән сағыштырғанда 19 процентҡа кәмегән.
Республиканың юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев аварияларға бәйле хәлде һөйләне.
– Үткән аҙнала республика юлдарында 87 авария булып, уларҙа 107 кеше йәрәхәтләнгән, 15 кеше һәләк булған. Был аҙнала шулай уҡ иҫерек водителдәрҙе асыҡлау буйынса ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтар үткәрелде, барлығы рулдә ултырған 778 иҫерек кеше асыҡланды. Был эш дауам итәсәк, - тине ул.
Радий Хәбиров ике йүнәлеште лә даими иғтибар үҙәгендә тоторға һәм мөмкин булғанса күберәк кешеләр ғүмерен һаҡлап ҡалырға ҡушты.