Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
10 Июль 2020, 16:35

Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!

Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге июндә РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 2-се өлөшө (“Урлашыу”) һәм 159-сы статьяһының 2-се өлөшө (“Мутлашыу”) буйынса өс енәйәт эше ҡуҙғатты. Енәйәттәрҙең барыһы ла мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары ҡулланып башҡарылған.

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә бындай енәйәттәр һаны 68,5 процентҡа артҡан. Ә республикабыҙҙа, ошо йылдың 4 айы йомғаҡтары буйынса, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, ике тап-ҡырға артып, 4119 булып киткән (уҙған йылда – 1722).
Киберенәйәтселәр үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре, социаль яҡлау хеҙмәттәре белгестәре тип таныштырып, граждандарҙы яңылыштыра һәм уларҙан шәхси мәғлүмәттәрен, банк картаһы йәки иҫәп тураһында мәғлүмәттәрен ала һәм уларҙы закон-һыҙ байығыу маҡсатында ҡуллана. Бигерәк тә үҫмер-ҙәр һәм ололар уларға ышанып бара.
Аферистарҙың тиҫтәләгән, хатта йөҙәрләгән схемалары бар һәм улар бик оҫта кешеләрҙең ышанысын яулай. Мәҫәлән, улар кемдәрҙеңдер картанан аҡса алырға тырышыуҙары тураһында иҫкәртәләр. Йәки булған аҡсаны юғалтыу хәүефе тураһында әйтәләр: йәнәһе, аҡса хәүеф аҫтында һәм уларҙы хәҙер үк бер резерв иҫәпкә күсерергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта мутлашыусылар клиенттың картаһының номерын, пин-кодын йәки финанс операциялары башҡарыу өсөн СМС-кодты асыҡларға тырыша. Ҡайһы ваҡыт клиенттың персональ мәғлүмәттәрен әйтә алалар.
Башлыса аҡса халыҡтың киберграмоталылығы түбән булыуы арҡаһында, шулай уҡ телефон юғалғандан йәки урланғандан һуң юҡҡа сыға.
Кемгәлер аҡса күсерер алдынан, мутлашыусылар-ҙың ҡорбанына әйләнмәҫ өсөн, тәүҙә хәлде ентекләп уйлап сығырға кәрәк.
Мутлашыусылар шылтыратыуын аңлау өсөн иң киң таралған ысулдар: картаның CVV-кодын, кодлы һүҙҙе, СМС-тан кодты хәбәр итергә һорайҙар йәки аҡса күсереү өсөн реквизиттарҙы әйтәләр.
Шылтыратыусы үҙе менән таныштырырға теләмәһә, ашыҡтырһа, еңел аҡсалар вәғәҙә итһә, һөйләшеү тураһында бер кемгә лә белдермәүҙе һораһа, һеҙгә уйланырға урын бар.
Билдәһеҙ кешеләргә банк иҫәптәре, паролдәр, паспорт мәғлүмәттәре, код һүҙҙәре менән бәйле бер нәмә лә һөйләргә ярамай. Карта номерын һәм ундағы өс һандан торған кодты һис бер осраҡта ла хәбәр итмәгеҙ.
Саҡ ҡына шик тыуһа ла, һуңыраҡ шылтыратыуҙарын һорағыҙ. Һөйләшеүҙе яҙҙырыуығыҙ тураһында әйтһәгеҙ ҙә артыҡ булмаҫ. Ә иң яҡшыһы – һөйләшеүҙе өҙөп, телефонды һүндерергә. Һәм, әлбиттә, мәғлүмәтте мотлаҡ тикшерергә кәрәк: мәҫәлән, банктың “Ҡыҙыу линия” телефонына шылтырата ала-һығыҙ.
Александр Дымов,
полиция начальнигының оператив эш буйынса урынбаҫары, полиция
подполковнигы.