Бөтә яңылыҡтар
Бәлә булмаһын өсөн
10 Июль 2020, 17:00

Бергәләп – һыуҙағы фажиғәләргә ҡаршы!

Көндәрҙең эҫетеүе республика һыу ятҡылыҡтарында кешеләрҙең күпләп батып үлеүенә килтерҙе. Был аҙнала айырым көндәрҙә йылға-күлдәрҙә алты үлем осрағы теркәлде. Ике көндә өс баланың батыуы айырыуса аяныслы. Бөрөлә, Салауатта һәм Ауырғазы районында һыу 14-17 йәшлек үҫмерҙәрҙең ғүмерен өҙҙө.

Оператив мәғлүмәт буйынса, йыл башынан Башҡортостанда һыу объекттарында 73 кеше үлгән. Статистика буйынса бәхетһеҙ осраҡтар көндөң икенсе яртыһында, төшкө сәғәт 2-нән киске 9-ға тиклем була.
Кешеләрҙең һыуҙа батып үлеүҙәренең сәбәптәре өсәү:
- иҫерек көйөнсә һыу инеү;
- тәғәйенләнмәгән урында һыу инеү;
- балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
Ошоларҙан сығып, таныш түгел һәм рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүҙән тыйылырға саҡырам, сөнки уларҙа көслө һыу аҫты ағымдары, өйрөлтмәктәр, батҡан ағас-бүрәнә, тәрән урындар, һалҡын шишмәләр булыуы ихтимал. Яңғыҙ йәки иҫерек килеш һыуға төшмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа йөҙмәгеҙ, йылға-күлде йөҙөп сығырға тырышмағыҙ, көсөгөҙҙө дөрөҫ иҫәпләгеҙ.
Балаларҙы яңғыҙ һыу инергә ебәрмәгеҙ, бергә ял иткәндә уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған пляждар-ҙы ғына һайлағыҙ.
Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре уны үтәмәүселәрҙең әсәләренең һәм яҡындарының күҙ йәштәре менән яҙылған. Шуға күрә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Һыу объекттарында хәүеф-һеҙлек талаптарын һәр ваҡыт үтәгеҙ! Яҡындарығыҙға һәм тирә-яҡтағыларға уларҙы бо-ҙорға рөхсәт итмәгеҙ!
Бергәләп кенә беҙ үҙебеҙҙе һәм балаларыбыҙҙы һыуҙағы фажиғәнән һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ!
Фәрит ҒҮМӘРОВ,
БР Ғәҙәттән тыш
хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе.