Бөтә яңылыҡтар

Ялдарығыҙ имен үтһен

2020 йыл башынан республика территорияһында йылға һәм күлдәрҙә 51 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Республикала эҫе көндәр урынлашыу менән һыу буйҙарында ял итергә теләүселәр һаны ҡырҡа артты. Ошондай мәлдәрҙә халыҡтың бәхетһеҙ осраҡтарға юлығыуына юл ҡуймаҫ өсөн Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре патруль ойошторҙо. 3 көнлөк рейд һәм ял итеүселәр менән әңгәмә барышында профилактик әңгәмә уҙғарҙы, һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре аңлатылды, иҫкәрмәләр менән буклеттар таратылды. Ололарҙың балаларҙы яңғыҙҙарын йылға буй-ҙарында ҡалдырыу осраҡтары иғтибар үҙәгенә алынды, ундай ата-әсәләргә фажиғәле осраҡтар тураһында миҫалдар килтереп һөйләнде.
Башҡортостан Республика-һының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты граждандарға үҙҙәрен һыу объекттарында хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләрен хәтергә төшөрөп үтә:
- спиртлы эсемлек ҡулланғандан һуң һыу инмәгеҙ, махсус ҡорамалландырылмаған урындарға һыуға төшмәгеҙ;
- ярҙан йыраҡ китмәгеҙ, кирегә йөҙөү өсөн көсөгөҙҙө иҫәпләгеҙ;
- көҙән йыйырмаһын өсөн тәнегеҙҙең һыуҙа һыуыныуына юл ҡуймағыҙ;
- һыу аҫты маскаһы һәм тын алыу торбаһы менән йөҙгәндә һаҡ булығыҙ;
- һыу ятҡылыҡтарында үҫмер-ҙәргә иғтибар итегеҙ, балаларҙы ололарҙан башҡа ғына ҡалдырмағыҙ.
Йәйге осорҙа республикала халыҡ күпләп ял иткән урындарҙа һәм һыу ятҡылыҡтарында бәхет-һеҙлек осраҡтарын иҫкәртеү буйынса комплекслы саралар дауам итә.
Данил ХӘМИҘУЛЛИН,
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт
комитеты янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге инструкторы.