Уның барышында дәүләт техник күҙәтеүенең Мәсетле районы буйынса инспекцияһы инженер-инспекторҙары Урман хужалығы министрлығы һәм Мәсетле районы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәр-ҙәре менән берлектә үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм уларға тағылмаларҙың фай-ҙаланыу барышында техник торошон тикшерҙе. Һөҙөмтәлә 37 берәмек техниканың, шул иҫәптән халыҡтың 25 берәмек техникаһы, өс берәмек агросәнәғәт комплексы һәм башҡа ойошмаларҙың 9 техникаһы ҡаралды.
Ун көнлөк барышында кешеләр ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн хәүефһеҙлек һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса түбәндә һаналған талаптарҙы боҙоу осраҡтарының булыуы асыҡланды:
- бер техника тейешле тәртиптә теркәлмәгән (РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 19.22-се статьяһының 1-се өлөшө);
- яҡтыртыу сигналы төҙөк булмаған бер техника файҙаланылған (9.3-сө статья);
- бер граждан техника менән тракторсы-машинист таныҡлығы булмаған килеш идара иткән (9.3-сө статья).
Асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙарҙың бар осраҡтары буйынса ла административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протоколдар төҙөлгән һәм барлығы 2100 һум күләмендә административ штраф һалынған.
Рәйес ӘХМӘҘИЕВ,
Мәсетле районы буйынса
дәүләт техник күҙәтеүенең
баш инженер-инспекторы.